Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Март 2023, 23:00

Аллаһ байлыҡты һынау өсөн бирә

"Үҙ көсөм менән тапҡанды ниңә бирергә тейешмен әле мин?!" - тип ҡырҡа ҡаршы сыҡҡан. Ә иртәнсәк уянһа...

Аллаһ байлыҡты һынау өсөн бирә
Аллаһ байлыҡты һынау өсөн бирә

Ураҙа айы - тәрбиә мәктәбе. Ул йомарт булыу кәрәклегенә лә өйрәтә - мосолмандар бер-береһен йыйып ифтарҙар үткәрә, саҙаҡа бирә, мохтаждарҙы хәстәрләй.  

Һаранлыҡ – насар ғәҙәт. Ул тәү сиратта барыбыҙға билдәле хикә­йәтте иҫкә төшөрә. Мәғлүм булыуынса, Муса ғәләйһис-сәләм заманында Ҡарун исемле бик белемле, хәлле кеше йәшәгән. Үҙе шул ҡәҙәр һаран бул­ған. Зәҡәт түләү хаҡында аят төш­кәс, мөлкәтенән өлөш сығарыуға ҡырҡа ҡаршы булған: "Үҙ көсөм менән тапҡанды ниңә бирергә тейешмен әле мин?!" Һөҙөмтәлә, иртәнсәк уянһа, барлыҡ байлығын ер йотҡан, ти. Был шул хаҡта һөй­ләй: донъяла барыһы ла Аллаһ Тә­ғә­ләнеке. Раббыбыҙ әгәр ҙә бәндәһенә байлыҡ бирә икән, был – һынау. Әҙәм балаһы ниғмәттең ҡә­ҙерен белерме, тәкәббер­лән­мәҫме, һауаланмаҫмы, кәрәкмә­гән­гә сарыф итмәҫме, мохтаждарға өлөш сығарырмы, йәмғиәткә файҙа килтерерме, үҙенә булышлыҡ ҡылған Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуы буйынса йәшәргә кәрәклекте онотмаҫмы? Әгәр ҙә кеше ошо һынауҙарҙы үтә алһа, иншаллаһ, тормошонда ырыҫ арта ғына барасаҡ.

Рамаҙан айын лайыҡлы үтәйек, Аллаһтың сауабына өлгәшергә яҙһын!

Иртәгәгә, 26 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: