Рамаҙан, Рамаҙан,
Ураҙа тотабыҙ.
Көндөҙ ризыҡтан тыйылабыҙ,
Кисен ифтарға йыйылабыҙ,
Изге, матур эштәр ҡылабыҙ,
Ожмах асҡыстары йыябыҙ.
"Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Балалар" төркөмөндә ураҙа айы уңайынан балалар өсөн яңы йәнһүрәт ҡуйылды. "Бөтөн мосолмандарҙы Рамаҙан айы башланыу менән ҡотлайбыҙ һәм яңы йәнһүрәт бүләк итәбеҙ. "Рамаҙан" серияһы Ишембай районы мөхтәсибәтенең матди булышлығы менән тормошҡа ашырыла", - тиелә яҙмала.
Изге ғәмәлдәр ҡылыу - ожмах асҡыстары йыйыу, тип өйрәтелә балаларға. Рамаҙанда барыбыҙға ла ожмах асҡыстарын күберәк йыйырға насип итһен!
Видео сығанағы: vk.com/balalar
Фото: видеонан скриншот.