Аллаһ Тәғәлә биргән һәр көнөбөҙ имтихандарҙан хасил. Һынау йортонда йәшәгән кеүекбеҙ. Һәр кемдең алдында ике юл тора: Раббыбыҙҙың, йәғни иман ҡанундары буйынса йәшәү йә иһә, шайтанға эйәреп, хаҡ тәрбиәнән ситкә китеү.
“Ҡөрьән Кәрим”дә тормоштоң имтихан урыны булыуы хаҡында күп әйтелә. “Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа хәүеф, аслыҡ, йәндәрҙең, малдың, емеш-еләктең кәмеүе менән һынайбыҙ”, — тиелә, мәҫәлән, “Әл-Бәҡара” сүрәһендә. Тимәк, бындай халәттән бер әҙәм балаһы ла ситтә ҡалмай. Кемдеңдер ғаиләһенә ҡыйынлыҡ килә, икенселәрҙең мал-тыуары, үҫтергән емеш-еләге, ҡорған донъяһы зыян күрә — быларҙың барыһын да Аллаһ Тәғәлә кешегә имтихан тотоу өсөн ебәрә. Ул ауырлыҡ тыуһа, юғалып ҡалмаҫмы? Хаҡ юлға тоғро ҡалырмы? Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрөрмө? Дөрөҫ йәшәмәгән булһа, төҙәлерме?
Тағы ла шуныһы бар: иң ҙур ауырлыҡтарҙы кисергән әҙәм балаһы ябай кеше түгел. Бындай йөк Аллаһ Тәғәләнең иманын, тәрбиәһен, бойороғон еткереп тороу бурысын йөкмәгәндәргә генә һалына.
Бер ҡасан да өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай. Был тойғо – шайтандан. Ауырлыҡтар йыға һуҡҡанда ла ҡалҡынырға көс таба белеү мөһим. Ҡайғы-хәсрәтте күтәрә, сыҙай алмайһың икән, улар тәнеңә ауырыу булып һеңә. “Барыбыҙ ҙа — Аллаһ Тәғәләгә ҡайтыусы” тип доға ҡылайыҡ, сабыр итәйек. Тормош ауырлыҡтан ғына тормай. Ҡайғы-хәсрәт, бәлә артынан еңеллек тә килә. Йәшәү көсө күңелебеҙҙә булырға тейеш. Бормалы тормош юлын ныҡышмаллыҡ, сабырлыҡ, тырышлыҡ менән, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ҡыйын саҡтарҙа ярҙам күрһәтешеп, шатлыҡ-ҡайғыны уртаҡлашып үтеү мөһим - Рамаҙан айы ошо хәҡиҡәткә тағы ла нығыраҡ инандыра. Ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә яҙһын!
30 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.
Фото: islam.ru