Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Март 2023, 23:00

Күршеңдең ас икәнен белә тороп, йоҡларға ятһаң...

Ни өсөн Сәғид күршеһенең өй хаҡын үҙе түләгән һәм уның күсеп китмәүен үтенеп һораған?

Күршеңдең ас икәнен белә тороп, йоҡларға ятһаң...
Күршеңдең ас икәнен белә тороп, йоҡларға ятһаң...

Мосолман күршеһен атына, затына, милләтенә, диненә ҡарамайынса яҡын күрә.

"Күршеһенең ас булғанын белгән көйө йоҡларға ятҡан кеше — беҙҙеке түгел, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. — Аллаһ башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттә булғандарҙы, изгелеклеләрҙе һөйә". Ә сәхәбәләрҙең береһе Ғабдулла бин Ғәмр үҙенә ит бешереп килтергән хеҙмәтсеһенән һәр ваҡыт: "Күршеләге йәһүдкә лә бирҙеңме?" — тип һорар булған.

Динебеҙҙә ғәҙел кешеләр менән йәнәш йәшәүҙе бер ни менән алмаштырып булмаҫлыҡ изгелек, бәхет тип ҡабул ителә. Сәхәбәләрҙең береһе Сәғид ибн Әл-Ғастың күршеһе йөҙ мең динарға өйөн һатыу тураһында һөйләшеп килешкәс: "Был — йортомдоң хаҡы, — тип белдергән. — Ә Сәғид менән йәнәш көн итәсәгең өсөн күпме бирерһең?" Быны ишеткән Сәғид өй хаҡын үҙе түләгән һәм күршеһенең янында ҡалыуын үтенеп һораған.

Кешеләр генә түгел, төбәктәр, илдәр шатлыҡ-ҡайғыһын уртаҡлашып, татыу йәшәргә тейеш. Күршеләрҙәй яҡын булып, бер-береңә иғтибар, хәстәрлек күрһәтеп ғүмер итеү тормошобоҙға ҙур бәрәкәт килтерер. Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәлә күршеләребеҙ менән татыулыҡты тағы ла нығытһын, бар төбәктәр, илдәр араһында күршеләрсә йылы мөнәсәбәт булдырылһын тип теләйек. 

Иртәгәгә, 31 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: