Рамаҙан айында паркта ике ураҙалы йәш егет ҡыуаҡтар янындағы эскәмйәлә йәшереп кенә ашап ултырыусы ҡартты күреп, мыҫҡыллы көлөп, эре ҡиәфәт менән һүҙ ҡушалар:
-Бабай, һеҙ оло кеше, ниңә ураҙала түгел?
- Мин ураҙаламын!
- Хм... Нисек тотаһығыҙ инде ураҙаны?
- Кешеләрҙән көлмәйем, уңыш-байлыҡтарынан көнләшмәйем, ғәйбәт һөйләмәйем, үҙемде башҡаларҙан өҫтөн ҡуймайым, оятһыҙ һүҙҙәр әйтмәйем, кешеләргә яҡты уй-теләктәмен, Аллаһҡа зекер әйтеүҙән туҡтамайым!
Тик, үкенескә ҡаршы, ашҡаҙаным ауырыу булыу сәбәпле оҙаҡ ашамай тора алмайым.
,,Ә һеҙ үҙегеҙ ураҙаламы һуң?"- тип һорап ҡуя ҡарт.
,,Юҡ, беҙ бары ашамай ғына торабыҙ икән", - тип оялып яуап бирә йәштәр.
Үҙегеҙ ураҙа тотоп, кемдәндер: "Ә һеҙ ураҙаламы?" -тип һорай алдынан бер аҙға ғына ошо ҡарттың һүҙҙәрен хәтерегеҙнә төшөрһәгеҙ ине.
Фото: istockphoto.com