Ағалы-ҡустылы икәү йәшәгән. Өлкәне, өйләнеп, балалар үҫтерә, ә кесеһе әлегә яңғыҙ, ти.
Ата-әсәләре баҡыйлыҡҡа күскәс, туғандар бер-береһенән һис ҡасан айырылышмаҫҡа һүҙ ҡуйышҡан. Өлкәненең йорт-биләмәһе эргәһендә кесеһенә бергәләп өй төҙөгәндәр. Араларын иген һаҡлау өсөн ҡаҙылған соҡорҙар ғына айырып тора, ти. Уңдағыһы – ағай кешенеке, һулдағыһы – ҡустыһыныҡы.
Һәр кис йәстү намаҙынан һуң өлкәне әлеге соҡорҙар янына килә лә, үҙенекенән күпмелер иген алып, ҡустыһыныҡына һала, ти.
– Аллаһ Тәғәлә миңә яҡшы ҡатын, иманлы балалар биргән. Ә ҡустымдың әлегә бер кеме лә юҡ. Үҙенә иген булһа ла күберәк тейһен. Раббыбыҙ күршегә ярҙам итергә өндәгән, әгәр ҙә инде ул туғаның да икән, яуаплылыҡ тағы ла арта, – тип үҙ ғәмәленә баһа биргән ағай кеше.
Ә ҡустыһы, киреһенсә, иртәнге намаҙ һайын йәшерен рәүештә ағаһының иген соҡорон тултыра бара икән:
– Яңғыҙ кешегә күп кәрәкмәй. Ә ағайым ғаиләле, балалар үҫтерә. Тимәк, игенгә ҙурыраҡ мохтажлыҡ кисерә. Раббыбыҙ күршегә ярҙам итергә өндәгән, әгәр ҙә инде ул туғаның да икән, яуаплылыҡ тағы ла арта…
Исламда туғанлыҡ юғары урынға ҡуйылған. Рамаҙан айында ошо тойғо тағы ла көсәйһен, яҡын кешеләребеҙҙең ҡәҙерен нығыраҡ аңлаһаҡ ине. Туғанлыҡты һаҡлау һәр кемдең тормошона оло бәрәкәт бирә - шуны онотмайыҡ.
1 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.
Фото: islam.ru