Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти. “Ни эшләргә: телмәр тоторғамы, юҡмы?” тип уйға ҡалған диндар.
Ахырҙа егеттең үҙенә мөрәжәғәт иткән:
– Яңғыҙыңа вәғәз һөйләргә кәрәкме икән – нисек уйлайһың?
– Әлләсе, – тип яурынын һелкеткән көтөүсе. – Мин – ябай эшсе, ундай мәсьәләләрҙе аңлап еткермәйем. Әммә шуны әйтә алам: һарайҙа малдарҙың береһе генә ҡалған хәлдә, уны аҙыҡһыҙ тотмаҫ, ашарына бирер инем.
Был һүҙҙәрҙе йөрәгенә яҡын алған имам-хатип ихласлап вәғәз һөйләй башлаған. Ике сәғәт тирәһе телмәр тотҡас, еңел тын алып ҡуйған:
– Нисек, оҡшанымы һөйләгәнем?
– Дини мәсьәләләрҙе аңлап еткермәйем, тигәйнем инде. Әммә шуны әйтә алам: яңғыҙ малды ашатҡан хәлдә лә, уға барыһы өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡты бирмәҫ, ә бер өлөштө генә һалыр инем...
Һәр нәмәнең үҙ урыны. Барса ғәмәлдәрҙә лә сама белеү мөһим. Динебеҙҙең ошо һәм башҡа һабаҡтарын Рамаҙан айында тағы ла нығыраҡ аңлап, йәшәү нигеҙе итеп алырға насип итһен.
4 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.
Фото: islam.ru