Бик бай кеше улын үҙе менән илдәр буйлап сәйәхәткә алып сыҡҡан. Маҡсаты – малайға бәғзеләрҙең нисек йәшәгәнен күрһәтеү. Аҡсаһыҙлыҡтан интегеүҙең ни икәнен күрһен әле!
Улар бер аҙ ваҡытын ярлы ғаилә көн иткән ауыл йәйләүендә үткәргән. Ҡайтырға сыҡҡас, ир улының тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынған.
– Бик ныҡ оҡшаны, атай, – тигән малай.
– Ҡайһы бер кешеләрҙең ни тиклем ярлы икәненә төшөндөңмө?
– Эйе!
– Ниндәй айырмалыҡ күрҙең? – тип ныҡышҡан ир.
– Беҙҙең бер эт бар, ә йәйләүҙәгеләрҙеке – дүртәү, – тип сағыштырып һөйләй башлаған улы. – Беҙҙең бассейн баҡсаның яртыһын ғына биләй, ә уларҙың йылғаһының иге-сиге юҡ. Йортобоҙ алдына ҡуйылған бер нисә фонарь төнөн үҙебеҙҙең эргәне генә яҡтыртһа, ауылдағыларҙың баш осонда һанап бөткөһөҙ йондоҙ нур сәсә. Йәшәгән биләмәбеҙ тимер ҡапҡалар менән уратып алынған, ә уларҙа – күҙ күреме етмәҫ яландар, баҫыуҙар, урмандар. Беҙ аҙыҡты һатып алабыҙ, ауылдыҡылар иһә үҙҙәре үҫтерә...
Малай тын ҡалып уйланып торған да, атаһын шаҡ ҡатырып, ошолай тип өҫтәп ҡуйған:
– Эйе, беҙ шул хәтлем ярлы шул, атай...
Ошондай һабаҡтарҙы иҫтә тотоп, балаларыбыҙҙы күркәм өлгөлә, ысын матурлыҡты күрергә, һөнәргә, хеҙмәткә өйрәтеп, белемле, әҙәпле, иманлы итеп үҫтерергә насип булһын. Ата-әсәнең, өлкәндәрҙең Рамаҙан айы ҡағиҙәләрен үтәүе - йәш быуын өсөн айырыуса яҡшы өлгө.
6 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.
Фото: islam.ru