Иман
6 Апрель 2023, 19:45

"Мә, бәхетте ысынлап той!"

Һәр таңды шөкөр итеүҙән башлаған ҡатынға ниндәй бүләк ебәрелгән?

"Мә, бәхетте ысынлап той!""Мә, бәхетте ысынлап той!"
"Мә, бәхетте ысынлап той!"

Бигүк еңел булмаған шарттарҙа йәшәгән ҡатын һәр таңды шөкөр итеүҙән башлай, ти:

– Бәхетлемен, Хоҙайым! Барыһына шөкөр итәм. Ҡайһы ваҡыт боларып алһа ла, ирем бар, бәләкәй, әммә уңайлы өйҙә йәшәйбеҙ. Эш булмаһа ла, үҙ шөғөлөм­дән аҡса килеп тора. Балаларым һау-сәләмәт: йүгерә лә һикерә...

Аллаһ Тәғәлә барыһын да ишеткән һәм уға:

– Бәхеттең нимә икәнлеген белмәйһең икән, – тигән. – Мә, уны ысынлап той!

Шөкөр итеп йәшәргә өйрәнәйек, шул сағында Аллаһ Тәғәләнең сауабы насип булыр, иншаллаһ. Ураҙаларыбыҙ ҡабул ҡылынһын.

7 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас