Бай тормош тәжрибәһенә эйә өлкән остаздың өйө бер ваҡытта ла буш тормаған: кешеләр уға кәңәш һорап йыш килгән. Был йортто айырыуса йәштәр яратҡан.
– Ошо һорауға яуап бирегеҙ әле, – тигән уларға бер көн ҡарт. – Бүрәнәлә теҙелеп ултырған өс тәлмәрйендең береһе һыуға һикерергә ҡарар иткән. Нисәүһе өҫтә ҡалған?
– Бәй, икәүһе... – Йәштәр, һорауҙың үтә ябайлығына аптырап, бер-береһенә ҡарашҡан.
– Юҡ, дөрөҫ түгел.
Нығыраҡ ғәжәпкә ҡалған йәштәр төрлө яуап тәҡдим итә башлаған. Ә оҙаҡ өндәшмәй ултырған береһе әйтеп ҡуйған:
– Өсәүһе лә өҫтә ҡалғандыр...
– Ни өсөн улай тип уйлайһың?
– Һеҙ бит “тәлмәрйен һикергән” тип әйтмәнегеҙ.
– Дөрөҫ, – тигән остаз. – Ҡарар ҡылыу менән эште ғәмәлгә ашырыуҙы бутарға ярамай.
Ниәт ҡылып тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!
10 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының "Дини тәҡүим" китабынан).
Фото: islam.ru