Иман
10 Апрель 2023, 11:15

“Ҡорамға юлға – 30 йыл”

Уның бай тарихына байҡау яһала. 

“Ҡорамға юлға – 30 йыл”“Ҡорамға юлға – 30 йыл”
“Ҡорамға юлға – 30 йыл”

15 апрелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Богородица Раштыуаһы кафедраль соборынан пасха хеҙмәтен тура эфирҙа күрһәтәсәк. 16 апрелдә телеканалда “Ҡорамға юл” программаһының юбилей сығарылышы эфирға сыға. Был проект 30 йыллығын билдәләй.

Был тапшырыуҙың тәүге сығарылышы 1993 йылда донъя күрә. Елена Ардуванова 20 йылға яҡын уның авторы һәм режиссеры була. Программа күбеһенсә  Өфө епархияһы, монастырь һәм ҡорамдар темаһын яҡтырта.  

30 йыл эсендә программа бер нисә тапҡыр үҙенең форматын үҙгәртә, ләкин төп маҡсаты һаҡланып ҡала. Ул иһә граждандарҙы провославие йолаларында тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Һуңғы 10 йылда телетапшырыуҙың авторы һәм режиссеры булып Ирина Минеғәлиева эшләй.

16 апрелдә, Пасха көнөндә, “Ҡорамға юл” программаһының юбилей сығарылышы 15:30 сәғәттә эфирға сығасаҡ. Тамашасыларҙы проекттың үткәненә тарихи сәйәхәт көтә.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас