Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Апрель 2023, 23:00

Үҙҙәре килмәгәс...

Ир кире йүгереп ингән дә: "Беләһегеҙме, ә беҙҙә парикмахерҙар юҡ ул! – тип белдергән. – Әгәр улар булһа..."

Үҙҙәре килмәгәс...
Үҙҙәре килмәгәс...

Бер кеше сәсен рәтләтеү өсөн парикмахерға килгән. Һөйләшеп киткәндәр.

Һүҙ Аллаһ Тәғәләгә барып терәлгәс, оҫта:

– Ә мин Хоҙайҙың барлығына ышанмайым, – тип белдергән.

– Ниңә?

– Юҡ икәне билдәле бит инде. Бына әйтегеҙ әле: Аллаһ бар икән, ниңә ауырыу кешеләр шул ҡәҙәр күп? Яҙмыш ҡосағына ташланған балалар ни өсөн артҡандан-арта? Хоҙай, ысынлап та, булһа, бындай ыҙаланыуҙарға, зар-хәсрәткә юл ҡуйылмаҫ ине.

Ир уйға ҡалған, әммә бәхәскә инмәгән. Урамға сыҡҡас, уға сәс-башы туҙған, ҡырынмаған ир осраған. Ҡарап тороуы имәнес, ти. Башына тиҙ арала бер уй килгән ир кире баяғы урынға ингән дә:

– Беләһегеҙме, беҙҙә парикмахерҙар юҡ ул! – тип белдергән.

– Нисек инде? Ә мин?..

– Әгәр парикмахерҙар булһа, арабыҙҙа сәс-башы туҙғандар йөрөмәҫ ине. Анау кеше кеүек...

– Һуң ул бит үҙе беҙгә килмәй...

– Шулай шул – эш тап шунда. Аллаһ бар. Тик бәғзеләр үҙҙәре Уға килмәй. Донъяла шуға ла аһ-зар, бәлә-хәсрәт бихисап.

Изге Рамаҙан айында Аллаһ юлына ынтылғандар артһын, иншаллаһ. Ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!

18 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының "Дини тәҡүим! китабынан).

Фото: islam.ru

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас