

Йәш ҡатын имамдан кәңәш һорарға килгән. “Ғаиләбеҙҙә һәр саҡ шау-шыу, ирем менән бер-беребеҙҙе аңлай алмай, ирешәбеҙ ҙә китәбеҙ”, – ти икән.
Хәбәрҙе башынан аҙағынаса иғтибар менән тыңлаған имам ҡатынға бер һауыт биргән. “Эсенә файҙалы һыу тултырҙым, – тигән ул. – Иреңдең ирешергә уйлағанын һиҙһәң, ошоно уртыңа тултыр ҙа көт – талаш башланмаҫ. Файҙалы һыу йортоғоҙға тыныслыҡ алып килер”. Ысынлап та, шулай булған, ир менән ҡатын татыу йәшәй башлаған.
Ләкин тора-бара һауыттағы һыу төбөнә еткән. Бынан ҡурҡыуға ҡалған ҡатын имамға йүгергән. “Һыуым бөтөп бара, ни эшләрмен?” – тип борсолоуын белдергән. “Миндә лә юҡ шул, – тип хәйләләгән имам. – Ә һин борсолма, элеккесә һыу уртланым икән тип уйла ла өндәшмә”.
Рамаҙан айы ғаиләләребеҙгә татыулыҡ өҫтәһен, бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамыбыҙ артһын, иншаллаһ!
20 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортсотан мосолмандары Диниә назаратының "Дини тәҡүим" китабынан).
Фото: islam.ru