

Тиҙҙән 1 Май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ошо уңайҙан был көнгә ҡағылышлы дини һабаҡтарҙы тәҡдим итәбеҙ.
Бер көн йылды туйҙырыр осорға аяҡ баҫтыҡ: ер эштәре, сәсеү мәле. Тап ошо миҙгелдәге изге теләк-ниәтебеҙ, хәстәрлегебеҙ, тырышлығыбыҙ – алдағы көндәргә ныҡлы нигеҙ. Тирә-йүнде матурлауға, йәшелләндереүгә, муллыҡҡа ынтылыштың, өҙлөкһөҙ хеҙмәттең баһаһына йәнә бер ҡат инандыра был мәл. Тап ошо сифаттар – Исламдың нигеҙ ташы.
1 Майҙың Яҙ һәм хеҙмәт байрамы тип билдәләнеүе лә – кешелекте алға илткән, йәшәткән изге төшөнсәләрҙең ҡиммәтен таныуға, арттырыуға йүнәлтелгән күркәм сараларҙың береһе. Күңелендә гелән яҙ булған, хеҙмәттән айырылмаған кешеләр менән йәмле донъябыҙ.
Мәғлүм ки, иң тәүге ер һөрөүсе, иген үҫтергән, мал-тыуар ҡараған, ауыл хужалығына нигеҙ һалған, ҡорамалдар эшләгән, бураҙна ярған атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм булған. Пәйғәмбәрҙәрҙең дә һәр береһе һөнәр белгән. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең сауҙа менән уңышлы шөғөлләнгәне, ғаиләһен яҡшы ҡарағаны мәғлүм. Шул уҡ ваҡытта тотош өммәттең юлбашсыһы булыу, һәр ғәмәл аша өлгө күрһәтеп йәшәү күпме хеҙмәт талап итә. Бының өсөн өҫтәүенә күпме ғилем, зиһен кәрәк!
“Ҡыйыу, тәүәккәл сауҙагәр ризыҡланыр”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Шул уҡ ваҡытта йүнселлекте ғәҙел алып барырға саҡырған: ошо саҡта ғына, бәрәкәт өҫтәлеп, килемең арта. Ә инде ялғанлау, башҡаларҙы оторға тырышыу сауҙаның ҡотон ебәрә, бөтөн йәмғиәткә зыян килтерә. Халҡыбыҙҙа сауҙа өлкәһенә ниндәйҙер кимәлдә ышанмайыраҡ ҡарау тап ошо кире сифаттарға бәйлелер. Ә бит сауҙа – борон-борондан килгән кәсебебеҙ. Уның мәртәбәһен ҡайтанан күтәреү өсөн, һис һүҙһеҙ, тәү сиратта һатыуҙың дини-әхлаҡи ҡанундарын өйрәнеү һәм теүәл үтәү мөһим. Шул саҡта ғына сауҙаның бәҫе, хеҙмәт емештәренең бәрәкәте артыр.
Ата-бабабыҙ Ислам күрһәткән юл буйынса ғүмер буйы үҙ көсөнә таянып йәшәгән, иген иккән, мал аҫраған, ҡул, ағас эштәре, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән. Улар һис кемдән ярҙам көтөп ултырмаған, барыһын да үҙҙәре тапҡан, һөҙөмтәлә ғаиләһен ҡараған, еренең ҡәҙерен белгән, милләтен, телен, рухи ҡиммәттәрен һаҡлаған. Динебеҙ ғибәҙәт ҡылыуға ғына өҫтөнлөк биреп, тормошта хеҙмәткә урын ҡалдырмауға ҡаршы – был ғәмәлдәр, бер-береһен тулыландырып, гелән йәнәш барырға тейеш.
“Эшләгеҙ, башҡарған изге ғәмәлдәрегеҙгә Аллаһ бәрәкәт бирер” тиелгән Ҡөрьәндә. Ә хеҙмәт һөймәү һөҙөмтәһендә мохтажлыҡта йәшәү динһеҙлеккә яҡын – пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә шулай тип белдергән.
Яҙ һәм хеҙмәт байрамында бер аҙ ял тураһында ла онотмаһаҡ ине. Тирә-йүн йәшеллеккә күмелә башлаған матур мәлдә тыуған яҡҡа ҡайтыу, атай-әсәй, туғандар менән күрешеү, хәл белешеү, ярҙам итешеү, иншаллаһ, тормошҡа, алдағы көндәргә әллә күпме бәрәкәт өҫтәр.
Дилбәр ИШМОРАТОВА