

* Башҡаларҙың ғәйептәрен күрһәгеҙ, үҙ ғәйептәрегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ. Үҙ ғәйебен таныған кеше бүтәндәр менән булышмаҫ.
* Һис кем өсөн соҡор ҡаҙмағыҙ, юғиһә унда үҙегеҙ төшөрһөгөҙ.
* Халыҡҡа ҡаршы көрәшһәгеҙ, йығылырһығыҙ.
* Мосолмандарҙың "йөҙ һыуы"н түкһәгеҙ, үҙегеҙҙеке түгелер.
* Халыҡҡа тәкәбберлек күрһәтһәгеҙ, хур булырһығыҙ.
* Ахмаҡтар мәжлесенә инһәгеҙ, уларҙың береһе булып иҫәпләнерһегеҙ.
* Аллаһ Тәғәләнән башҡа берәүгә лә өмөт итмәгеҙ.
* Үҙ гонаһтарығыҙҙан башҡа бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ.
* Белмәһәгеҙ, "белмәйем" тип әйтеүҙән оялмағыҙ.
* Нәфсегеҙ "һимерһә", үлемде иҫкә төшөрөгөҙ.
* Донъяғыҙ өсөн әхирәтегеҙҙе һатмағыҙ.
* Ризыҡты үҙегеҙ эшләп табығыҙ, башҡаларға ышанып ятмағыҙ.
* Төндә йоҡларға ятҡан һайын көндөҙ ниндәй эштәр башҡарғанығыҙҙы иҫәпләгеҙ. Изге ғәмәлдәрегеҙ өсөн Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итегеҙ. Яман эштәр ҡылған булһағыҙ, үкенегеҙ, тәүбә ҡылығыҙ һәм башҡа ундай эштәрҙән йыраҡ булығыҙ.
Ризаитдин Фәхретдиновтың "Нәсихәттәр"енән.
Фото: vk.com/ufa_barakat