

9 Май – барыбыҙ өсөн дә ғәйәт әһәмиәтле көн. Әле еребеҙҙә ныҡлы баҫып тороуыбыҙ, балалар үҫтереүебеҙ, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡороп йәшәүебеҙ өсөн Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итергә, Бөйөк Еңеүҙе яулауға үҙ өлөшөн индергән ата-бабабыҙға, тыл хеҙмәтсәндәренә сикһеҙ рәхмәтле булырға тейешбеҙ.
“Беҙ ерҙе һеҙгә йәшәү өсөн урын иттек, унда бөтөн шарттар, ризыҡ бар”, – тигән аяттар бар “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тыуған, ғүмер кисергән ере ниндәй генә булмаһын – урманлы яҡмы, тау-таш араһымы, океандағы утраумы һ.б. – һәр кем ошо төйәген ярата, уның хаҡында күңелендә матур хис-тойғо йөрөтә. “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә. Был яратыу тойғоһо, әлбиттә, һоҡланыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Әҙәм балаһы тыуған ерен һаҡларға, яҡларға, тәртиптә тоторға, унда күркәм ғүмер итергә, балалар үҫтерергә, төйәгенең бөгөнгөһө, иртәгәһе өсөн ҙур яуаплылыҡ тойорға тейеш.
Беҙҙең халыҡ борон-борондан ошо хәҡиҡәткә таянып йәшәгән. Еренә ҡурҡыныс янай икән, уны һаҡлау, яҡлау өсөн яу сапҡан, ситтәр ҡулына бирмәгән. Һуғыштарҙа еңеп сығып, тыныслыҡ урынлаштырыуҙа рухи көстөң, диндең өлөшө ҙур. Шул иҫәптән, социалистик ҡоролошло булһа ла, илебеҙҙә Икенсе донъя һуғышы тоҡаныу менән дингә ҙур иғтибар бүленә башлаған. Ниндәйҙер ауырлыҡ, хәүеф, ҡурҡыныс тыуһа, әҙәм балаһы шунда уҡ Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрә бит. Раббыбыҙҙан юғарыраҡ көс юҡлығы тап шундай ваҡыттарҙа беленә лә. Мәғлүм булыуынса, ул саҡта илебеҙ башлығы барлыҡ дин етәкселәрен саҡырып алып кәңәшләшкән, ерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн барса мөмкинлектән файҙаланыу кәрәклеген әйткән. Маҡсатҡа ярашлы, “Ҡөрьән Кәрим”де, башҡа дини китаптарҙы баҫып сығарырға рөхсәт ителгән. Был, әлбиттә, еңеүгә ынтылған һәр кемгә рухи аҙыҡ булған. Һуғыш йылдарында донъя күргән матбуғат баҫмаларында ла дингә ҙур урын бүленгән. Совет власының тыйыуына ҡарамаҫтан, мосолмандарҙың күбеһе, Аллаһ Тәғәләнән именлек һорап, Ҡөрьән уҡыған, хәйер биргән, ғибәҙәт ҡылған. Башҡа дин вәкилдәре лә юғары көскә ышанысын юғалтмаған.
Динебеҙҙә көслө зат вәкилдәренең бурыстарына ҙур иғтибар бүленә. Халҡыбыҙ борон-борондан ир-егеттәргә таянған, уларҙың һаҡларына, яҡларына ышанған, күҙ төбәп йәшәгән. Тимәк, айырыуса көслө зат вәкилдәре иленең, халҡының яҙмышы өсөн үҙендә ҙур яуаплылыҡ тойорға, уларҙы яратырға тейеш. “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө”, – тигән Рәсүл-Әкрам саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тыуған илеңде яратыу – уның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн үҙ өлөшөңдө индереү. Тап ир-егеттәрҙең ғәйрәте, көсө, дарманы Ватаныбыҙҙың ҡеүәтен билдәләй.
Бөйөк Еңеү көнөндә илебеҙҙең именлеге өсөн ҡан ҡойған ҡаһармандарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алайыҡ. Уларҙың рухы тыныс булһын, вариҫтарына бәрәкәтле тормош насип итһен. Әле армия сафындағы, махсус хәрби операциялағы ир-егеттәребеҙгә лә ихтирам күрһәтәйек. Илдең именлеген һаҡлау, уның үҫешенә булышлыҡ итеү кеүек изге ғәмәлдәрҙе бергәләп үтәһәк, иншаллаһ, еребеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булыр.
Бөйөк Еңеүҙең емештәрен ҡәҙерләп һаҡлайыҡ. Бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булһаҡ, янъялға сәбәп эҙләп йөрөмәйенсә, татыу йәшәргә тырышһаҡ, изгелек итһәк, именлектең тамыры нығыныр, тармаҡланыуын дауам итер.
Дилбәр ИШМОРАТОВА