Иман
6 Май 2023, 16:00

Үткәрмә йәсинде нисек ҡулланырға?

Күптәр үткәрмә йәсинде нисек ҡулланырға тип һорай. Аңлатабыҙ, үҙегеҙгә күсереп алығыҙ.

Үткәрмә йәсинде нисек ҡулланырға?Үткәрмә йәсинде нисек ҡулланырға?
Үткәрмә йәсинде нисек ҡулланырға?

1. Тәһәрәт алаһығыҙ.
2. Тейешенсә кейенәһегеҙ (еңле күлмәк, аяҡ ябыҡ, ҡаплаулы булырға тейеш, баш ҡаплаулы торһон (түбәтәй - егеттәргә, яулыҡ - ҡыҙҙарға).
3. Үткәрмә йәсинде алаһығыҙ, унда алғы яғы бар (ғәрәпсә بسم الله الرحمن الرحيم транскрипция "бисмилләһир-рахмәнир-рахиим", әгәр ғәрәпсә уҡый белмәйһегеҙ икән, русса "Доға И-Мөсәджәб" тип яҙылған ере алғы яҡ тип һанала).
4. Ҡиблаға йөҙөгөҙҙө йүнәлтәһегеҙ һәм үткәрмә йәсиндең алғы яғы ла ҡиблаға ҡарап торорға тейеш.
5. Ниәт әйтәһегеҙ (Йә Аллам, иләһи ниәт ҡылдым бөйөк үткәрмә йәсин аша үтергә, бөтә кәмселек- хаталарымды ғәфү итеп, дөрөҫләп ҡабул ҡылһаңсы".
6. Әгәр ярҙам итеүсе кешеләр булһа, улар ике яҡтан тотоп үткәрешә. Әгәр бер үҙегеҙ икән, беренсе уң ҡул, баш, һулаҡай ҡул, уң аяҡ, һул аяҡ менән ашатлап сығаһығыҙ:
 
1се көн 3 тапҡыр
2се көн 5 тапҡыр
3сө көн 7 тапҡыр
4се көн 9 тапҡыр
5се көн 11 тапҡыр
6сы көн 13 тапҡыр
7се көн 15 тапҡыр
8се көн 17 тапҡыр
9сы көн 19 тапҡыр
10сы көн 21 тапҡыр
11се көн 23 тапҡыр
12се көн 25 тапҡыр
13сө көн 27 тапҡыр
14се көн 29 тапҡыр
15се көн 31 тапҡыр
16сы көн 33 тапҡыр
17се көн 35 тапҡыр
18се көн 37 тапҡыр
19сы көн 39 тапҡыр
20се көн 41 тапҡыр
21се көн 39 тапҡыр
22се көн 37 тапҡыр
23сө көн 35 тапҡыр
24се көн 33 тапҡыр
25се көн 31 тапҡыр
26сы көн 29 тапҡыр
27се көн 27 тапҡыр
28се көн 25 тапҡыр
29сы көн 23 тапҡыр
30сы көн 21 тапҡыр
31се көн 19 тапҡыр
32се көн 17 тапҡыр
33сө көн 15 тапҡыр
34се көн 13 тапҡыр
35се көн 11 тапҡыр
36сы көн 9 тапҡыр
37се көн 7 тапҡыр
38се көн 5 тапҡыр
39сы көн 3 тапҡыр

Ҡатындар күрем килгән көндәрҙә уның менән ҡуллана алмай һәм туҡтатып тора. Бына бер көн үттегеҙ, доға ҡылаһығыҙ. Һәр берегеҙ үҙенә нимә кәрәк, шуны һорай (кемдер бала таба алмай - шуға доға ҡыла, кемдер юлға сығып китә - юлда бөтәһе лә яҡшы булһын тип доға ҡыла, улдарын армияға алалар икән - имен-аман барып ҡайтһын тип доға ҡылалар (үҙен үткәреп). Һәм аҙағында "Фатиха" сүрәһе уҡыла.
 
Шулай уҡ үткәрмә йәсинде мөмкин ҡиблаға ҡарата ҡуйып, өҫтәлгә һалып, уртаһына сәй, шәкәр, тоҙ, һыу һалып өшкөрөп алырға мөмкин. Бөтәгеҙгә хәйерле бәрәкәт, изге ғүмер. Әмин.
 
“Үткәрмә йәсин” төркөмөнән.
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас