

16 майҙа Өфөлә күренекле башҡорт дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтең (1833-1917) тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған «Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының суфый мәҙәниәте» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Конференцияны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Почет билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Ибн Сина фонды (Мәскәү ҡалаһы) сығыш яһаны.
«Торатау» конгресс-холында үтәсәк ғилми форум сиктәрендә шәйех Зәйнулла Рәсүлевтең башҡорт халҡының хәҙерге суфый традицияларындағы рухи мираҫы, совет һәм совет осоронан һуңғы Рәсәйҙә суфыйсылыҡ яҙмышы, башҡорт суфыйҙарының бәйләнештәре, суфый әҙәбиәте феномены, Наҡшбәнди тәриҡәтенең традицион рухиәте, перспективалар кеүек темалар тикшереләсәк.
Конференцияла Өфөнән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Силәбенән, Дағстан Республикаһынан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән ислам белгестәренең ҡатнашыуы көтөлә.