Йылдың тап әлеге миҙгелендә ямғыр кәрәк, әммә ҡайһы саҡта ул яумай, ерҙең ҡоролоғо сәбәпле, тирә-йүн ныҡлап йәшелләнә алмай, уңышҡа хәүеф янай. Ошондай осраҡтарҙа динебеҙҙә ихлас күңелдән ямғыр теләргә кәңәш ителә.
Раббыбыҙ бөтә тереклекте һыуҙан яралтҡан. “Ҡөрьән Кәрим”дә был хаҡта айырым аяттар бар. Тәбиғәттең генә түгел, хатта әҙәм балаһының да күп өлөшө һыуҙан тора. Шуның өсөн дә донъяла унан да ҡиммәтлерәк байлыҡ юҡ.
Аллаһ Тәғәлә үҙенең рәхмәте менән яралтҡан ерҙе шифалы ямғырҙарын ебәреп терелткән. “Беҙ һеҙгә һыуҙы күктән индерҙек, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. – Бер өлөшөн ерҙә һаҡлап ҡалдыҡ. Ямғырҙы туҡтатырға ла көсөбөҙҙән килә”.
Раббыбыҙҙың берлегенә саҡырғанда Нух ғәләйһис-сәләм иһә: “Аллаһ Тәғәләгә иман килтерегеҙ, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаһын өсөн Уға тәүбә ҡылығыҙ, – тиер булған. – Шул ваҡытта Хаҡ Тәғәлә күктән ямғыр ебәрер, һеҙҙе бала, баҡса, мал менән байытыр”.
Ысынлап та, ямғырҙың шифаһы шул тиклем ҙур. Билдәле булыуынса, түтәлгә ҡоҙоҡтан ташылған һыуҙы ҡойһаң, тупрағы ҡатып ҡала. Ямғыр иһә, киреһенсә, ерҙе йомшарта, йәшелсә, еләк-емеш тә кинәнеп үҫеп китә.
Шулай ҙа бындай бәхет ураған һайын йылмаймай. Иң кәрәкле ваҡытта яуын-төшөм булмауы ла ихтимал. Ошондай ваҡыттарҙа пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ямғыр теләү намаҙы уҡырға ҡушҡан. Был ғибәҙәткә әҙәм балалары түбәнселек менән барырға, балаларын да алырға тейеш. Бергәләп намаҙ уҡыла, ямғыр һорала. Аллаһ Тәғәләгә теләген еткергән әҙәм балаларының күңелендә насар хис-тойғо, үпкә булмаҫҡа тейеш.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм яуын мәлендә: “Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, – тип айырым доға ҡылыр булған. Шул уҡ ваҡытта, белеүегеҙсә, һәр ғәмәлдең самаһы булырға тейеш. Ямғыр үҙ миҡдарында яуһа ғына ергә шифа, бәрәкәт килә. Ғөмүмән, һыуҙың көсөн аңлап бөтөү мөмкин дә түгел. Мәҫәлән, ул үҙенә бөтөн мәғлүмәтте ҡабул итә. “Бисмилләһ” әйтелһә, яҡшы уй-ниәттә ҡулланылһа, шифалыға әүерелә. Насар, ауыр мөхиттә иһә ярһып китеп, ташып, әллә күпме һәләкәткә килтереүе ихтимал. Тимәк, тәбиғәт инешенең ҡәҙерен белеү, гелән изгелек ҡылыу, тормоштоң йәмен-тәмен тойоп, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп йәшәү зарур.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа йылға-күлдәребеҙҙә һыуҙың кәмеүе хафаға һала. Тәбиғи байлығыбыҙҙы һаҡлайыҡ, уны исраф итмәйек, Аллаһ Тәғәләгә тәүбә ҡылайыҡ, гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеүен һорайыҡ. Бының урынына ергә Раббыбыҙҙың рәхмәте – шифалы ямғыр тамсылары – төшөп, тирә-йүнебеҙ сафлыҡҡа, һутҡа, бәрәкәткә күмелер, иншаллаһ.
Дилбәр ИШМОРАТОВА