Иман
19 Май 2023, 18:27

Олатаһының юлын дауам итеп...

Яңы Ҡобауҙа мәсет асылды.

“Фанилыҡта мәсет төҙөгән кешегә йәннәттә һарай һалырмын” тигән мәғәнәләге аят бар Ҡөрьәндә. Иман йортон һалыуға ихлас күңелдән үҙ өлөшөн индергәндәрҙең һәммәһенә лә ҡағыла был һүҙҙәр. Республикабыҙҙа һуңғы бер нисә тиҫтә йылда ғына бихисап мәсет төҙөлгән, тимәк, ҡәрҙәштәребеҙ күпме сауап алған!  

Күптән түгел Иглин райо­нының Яңы Ҡобау ауылында ла күркәм иман йорто асылды. Тарихҡа килгәндә, был төбәктә тәүге мәсет 1906 йылда төҙө­лөп эшләй башлаған. Әммә, Октябрь революцияһына бәй­ле хәлдәр сәбәпле, кире ябыл­ған. 50-се йылдар уртаһында иһә бинаны бөтөнләй емер­гәндәр.

Шулай ҙа, әлхәмдү лил-ләһ, әҙәм балаларының күңеленән иманды йолҡоп алып ташлау мөмкин түгел. Яңы Ҡобау халҡы ла динебеҙҙән бер ҡасан да ситләшмәгән, аят мәжлестәрен даими уҙғарған, араларында намаҙ уҡығандар ҙа булған. Ошо ауылда тыуып үҫкән Сафуан Әбүзәров иһә изге төйәгендә мәсет төҙөү хыялы менән янып йәшәгән. Һәм, Аллаға шөкөр, теләген тормошҡа ашырған.

"Элек ауылыбыҙҙа олатайым имам-хатип булған. Уны 1937 йылда ҡулға алғандар, күп­мелер ваҡыттан атып үл­тер­гәндәр. Әсәйем мәсете­беҙҙе тәүҙә мәктәп иткәндәре, артабан келәткә әйләндер­гәндәре тураһында һөйләй торғайны. Ҡәҙерле кешемдең әрнеп әйткәндәре йөрәгемә уйылып ҡалған. Бала сағымдан уҡ: "Их, ауылыбыҙҙа яңы мәсет төҙөргә ине. Ҙурайғас, үҙем тотонасаҡмын!" – тип хыялланып үҫтем", – ти Сафуан Ғәлимйән улы.

Уның иман йорто һалыу теләген Яңы Ҡобау халҡы дәррәү ҡеүәтләй. Изге эшкә бергәләп тотоноп, уны тиҙ һәм сифатлы атҡарып сығалар. Мәсетте асыу тантанаһы яҙмы­шы ошо төйәк менән бәйле һәр кем өсөн ҙур байрамға әйләнде. Тантанала Башҡорт­ос­тан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин дә ҡат­нашып, ауыл халҡын ихлас тәбрикләне, иман йортоноң уларҙы тағы ла нығыраҡ бер­ләштерәсәгенә ышаныс бел­дерҙе. "Мәсеттә дини байрамдар, ғәйеттәр үтер, иншаллаһ. Шулай уҡ бында йәш быуынға, теләге булған өлкәндәргә Ислам нигеҙҙәре өйрәтелер, тигән өмөттәмен. Иман йорто төҙөл­гән икән, унда бөтә яҡлап эш алып барылырға тейеш", – тине мөфтөй һәм Сафуан хәҙрәт Әбүзәровҡа, тотош ауыл халҡына рәхмәт белдерҙе.

Мәсетте тантаналы асып, байрам намаҙын уҡығас, күр­кәм сарала ҡатнашыусылар иман йорто биләмәһенә ағас ултыртты. Артабан уларҙы ауыл халҡы күмәкләп әҙер­ләгән мул табын көтә ине. Балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Улар өсөн уйын май­ҙансығы ойошторолғайны: батутта һикерҙеләр, төрлө ярышта, конкурстарҙа ҡатнаштылар. 

Мәсет асыуҙан, унда бергә­ләп йыйылыуҙан килгән бәрә­кәт икһеҙ-сикһеҙ. Мәҫәлән, хәҙистәрҙең береһендә: “Ике мосолман ҡул биреп күрешһә, бармаҡтары араһынан гонаһ­тары юйылып төшөр”, – тиелә. Ә мәсеттәр күпме ҡәрҙә­ше­беҙҙе осраштыра! Бер ҡорға тупланып, уртаҡ маҡсатҡа ынтылып йәшәгән халҡыбыҙ, иншаллаһ, хаҡ юлдан тай­пылмаҫ, өммәтебеҙҙең сафы киңәйгәндән-киңәйә барыр.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас