

Әбйәлил районының Амангилде ауылында Ҡөрьән һүҙҙәре яҙылған юл билдәләре ҡуйғандар. Амангилде ауылынан Рөстәм Юлмөхәмәтов белдереүенсә, был изге эш ауылдың мосолмандары ярҙамы менән тормошҡа ашырылған.
"Амангилде ауылы эргәһенән үтеүселәр, ауылға килеүселәр ауылыбыҙҙың юл ситендәге ғәҙәти булмаған юл билдәләрен күреп ғәжәп тә ҡылғандыр, ҡыуанғандыр ҙа. Был ысынлап та ғәҙәти булмаған юл билдәһе. Ниһайәт, беҙ, Амангилде ауылы мосолмандары, ниәтләгән изге эшебеҙҙе тормошҡа ашырҙыҡ. Атанғолов Иршат күптән бындай юл билдәләрен Чечняла күреп ҡайтып ауыл эргәһенә ҡуйыу тәҡдиме менән янып йөрөгәйне. Әммә юл билдәһен ҡуйыу еңел генә бирелә торған эш түгел.
Иршат ағай тәҡдим менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итте. Хакимиәт махсус комиссия төҙөп, урынын билдәләне. Унан һуң юл хужалығы идаралығынан рөхсәт юллау эштәре атҡарылды. Табличкаларҙы ГОСТ буйынса эшләтеү өсөн байтаҡ матди сығымдар талап ителде. Яҡтылыҡты ҡайтарыу сифаты менән эшләтеү ҙә ҡиммәткә төшә. Өфө ҡалаһында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Исҡужин Морат табличкаларҙы эшләүҙе һәм сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алып һөйөндөрҙө. ДРСУ билдәләрҙе нығытыуға торба менән тәьмин итте. Шулай уҡ нығытыу материалдары өсөн аҡсалата ярҙам итеүселәр булды. Әлхәмдүлиллаһ, изге күңелле ҡәрҙәштәр ярҙамы менән эште тамамлап ҡуйҙыҡ. Хәҙер Амангилде янынан үтеүсе юлсылар Аллаһы Тәғәләгә зекер әйтеп уның рәхмәтендә булырҙар тип өмөт итәбеҙ", -тип яҙа амангилделәр.
Ҡорбан байрамы алдынан Амангилде ауылы мосолмандары сауаплы һәм изге ғәмәл башҡарған.
Фото һәм текст сығанағы: "Амангилде ауылы" төркөмө