

Үҙгәртеп ҡороуҙар заманынан һуң, Рәсәйҙә дингә ҡарата мөнәсәбәт ыңғай яҡҡа үҙгәргәс, әкренләп матбуғатта ла был тәңгәлдә мәҡәләләр күренә башланы. “Йәшлек”тә – Рәмилә Вахитованың, “Башҡортостан” гәзитендә Сәлмән Ярмуллиндың ислам дине тураһында яҙмалары донъя күрҙе. Уларҙан һуң республикабыҙҙа дин темаһын яҡтыртҡан журналистарҙың береһе Фәнирә Ғайсина булды.
Айырыуса 2004 – 2012 йылдарҙа “Йәшлек”, “Хилял” гәзиттәрендә, “Аманат” журналында уның бихисап дини мәҡәләләре баҫылды. 2011 йылда Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы – “Йәшлек” гәзитенең, ә 2014 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналының лауреаты булды. Һирәгерәк булһа ла “Ағиҙел” журналында, “Киске Өфө”, “Рисәләт”, “Ваҡыт” гәзиттәрендә лә уның мәҡәләләре донъя күрҙе.
Фәнирә ханым Өфө интеллигенцияһы вәкилдәре араһында беренселәрҙән булып яулыҡ ябынып йөрөй башланы, шулай уҡ республикабыҙҙа тәүге дини китап яҙыусыларҙың да береһе ул ине. Шулай уҡ “Рәсемле намаҙ китабы (балалар өсөн)”, “Башҡорттарҙың дини һәм мистик легенда, риүәйәттәре” китаптарының авторы, барыһына ла киң билдәле “Башҡортостан – әүлиәләр иле” (2012 йыл, С. Килдин, С. Ярмуллин менән берлектә сығарған) китабының төҙөүсеһе һәм төп авторҙарының береһе лә.
Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы тәржемә менән дә шөғөлләнә. “Учусь намазу и тахарату” китабы башҡортсаға уның тәржемәһендә “Ғөсөл, тәһәрәт һәм намаҙға өйрәнәм” исеме менән нәшер ителде. Әйткәндәй, был китапты – “Сад” нәшриәте лә, һуңынан “Сәләм” магазины ла йыл һайын меңәрләгән дана баҫтырып, республикабыҙҙың барлыҡ мәсет-мәҙрәсәләренә таратты. Бөгөн ул намаҙ уҡырға өйрәнеүселәр өсөн иң уңайлы китап һанала, уны уҡып, күп милләттәштәребеҙ намаҙға баҫҡан да инде.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналын даими уҡып барыусыларға ла Фәнирә Ғайсинаның исеме яҡшы таныш, сөнки ул унда инде туғыҙ йыл “Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһын алып бара.
Фәнирә Ғайсина гәзит-журналдарҙа шәп мәҡәләләр баҫтырыу менән генә сикләнмәйенсә, ислам дине буйынса ғилми хеҙмәттәр ҙә яҙа. Ул, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре булараҡ, башҡорт әүлиәләре, шәйехтәре, дини тыйыуҙар, риүәйәттәр, дини мотивтарҙы, дини фольклорҙы өйрәнеү һәм Хызыр Ильяс, М. Аҡмулла, З. Рәсүлев һәм башҡа шәхестәр тураһында байтаҡ ғилми мәҡәлә яҙҙы, конференцияларҙа сығыш яһап, ижад өлгөләрен йыйынтыҡтарҙа баҫтырҙы. Фәнирә Ғайсинаға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы, һеҙ нисек дингә килдегеҙ?
– Салауат районының Мөсәт ауылында тыуып үҫтем. Беҙҙең ауыл Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан, борон күпер булмаған, ә олатайҙарым борам тотҡан. Уларҙың өйҙәре йылға порты йәки буш ҡунаҡхана урыны һаналған. Ауылыбыҙ аша Себер юлы үткән, шуға күрә хажға барыусылар, әүлиәләр, барса мосафирҙар унда туҡтаған. Атайым һөйләүенсә, олатайымдың өйө һәм ул йәшәгән урам – әүлиәләр йыйыла торған, уларҙың рухи үҙәге ролен башҡарған урын. Олатайымдарға Зәйнулла ишан Рәсүлев тә йыш ҡына килеп йөрөгән. Үҙемдең Ғайса, Мөхөтдин тигән олатайҙарым да – әүлиәләр. Йәшәгән йортобоҙҙоң ихатаһында элек мәсет торған, уға беренсе нигеҙ ташын Зәйнулла ишан һалған. Атайым ошолар хаҡында бала сағымда миңә һөйләне, шуға ла киләсәктә диндар буласағымды аңлай инем. Һуңынан төш күрҙем, төшөмдә миңә “Намаҙ уҡы!” тинеләр. Шулай итеп, 2001 йылда намаҙ уҡырға өйрәндем.
– Дини тема буйынса йыш яҙышаһығыҙмы?
– Бала сағымдан киләсәктә дин тотасағымды белә инем, әммә ул ваҡытта миңә динде өйрәтергә кеше һәм дини әҙәбиәт булманы. 1990 йылдар аҙағында ла әле Өфөлә дини китаптар юҡ тиерлек ине. Магазиндар буйлап йөрөп, дини китаптарҙы махсус эҙләп табып, илай-илай уҡығаным хәтерҙә. Дин хаҡында дуҫ журналистарға һөйләһәм, улар: “Дин тураһында белгән журналистар юҡ, әйҙә, һин беҙҙең гәзиткә ошо хаҡта мәҡәлә яҙып бир әле?” – тип һорай башланы. Ҡыҫҡаһы, көтмәгәндә-уйламағанда дини журналист булып киттем.
– Һеҙ Башҡортостан әүлиәләре исемлеген төҙөгәйнегеҙ, күп шәйех-ишандарҙы халыҡҡа еткереүгә өлгәштегеҙ...
– 1997 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә килгәс, Рәсәй Фәндәр академияһы архивында дин буйынса фольклор материалдарының әҙ булыуына иғтибар иттем, сөнки совет заманында фольклорсылар был тема буйынса материал йыймаған. Шуны күҙ уңында тотоп, экспедициялар ваҡытында дин буйынса мәғлүмәтте күберәк яҙып алырға тырыштым. Аҙаҡ иһә йыйылған материалдарыма ҡараһам, әүлиәләр тураһында байтаҡ яҙмаларым тупланған. Уларға таянып, ҡайҙа, ниндәй әүлиә ерләнгән, ҡайһы урында әүлиә шишмәләре, тауҙары барлығы буйынса айырым исемлек төҙөнөм, уларҙы “Башҡортостан – әүлиәләр иле”, “Башҡорттарҙың дини һәм мистик легенда, риүәйәттәре” китаптарында баҫтырҙым. Унда исемдәре күптән онотолған, юғалған, Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә ерләнгән башҡорт әүлиәләре бар.
– Тағы ниндәй әҫәрҙәрҙе тәржемә иттегеҙ?
– “Ғөсөл, тәһәрәт һәм намаҙға өйрәнәм” китабынан тыш, төрөк яҙыусылары М. Асым Кексалдең “Аллаһ беҙҙән нимә һорай?” һәм М.Ш. Ялткаяның “Аллаһ беҙҙе күрә”, Азиз Ускударлының “Иртәгә бик һуң булыуы ихтимал” тигән һәм башҡа хикәйәләрҙе, татарсанан “Һәфтиәк шәриф тәфсире” китабын тәржемә иттем.
– Дин буйынса ҡайҙа ғилем алдығыҙ?
– Миңә ҡайҙарҙа ғына белем алырға тура килмәне. Өфө китапхана техникумын, Өфө фән һәм технологиялар университетының (элек – БДУ) башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлағайным. Ә ислам буйынса ҡайҙа, ниндәй курс асылғанын ишетеп ҡалһам, шунда уҡ бара инем. 2000 йылдар башында динде белгәнерәк әбейҙәрҙең өйҙәренә лә йөрөнөм, кистәрен – “Ғөфрән” мәсетенә, аҙаҡ бер йыл буйы “Мәрйәм Солтанова” мәҙрәсәһенә йөрөп уҡыным. 2006 йылда йәйгеһен Истанбул ҡалаһында ҡыҙҙар өсөн Ҡөрьән курсында ла уҡырға тура килде. Артабан ӨФТУ-ла “Теология” буйынса йүнәлеш асылғас, шуны тамамлап, дин буйынса юғары ғилем алырға насип булды.
– Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?
– Һаулыҡ булһа, Аллаһ Тәғәлә насип итһә, артабан да дини мәҡәләләр, китаптар яҙырға уйлайым.
– Уҡыусыларға нимәләр теләр инегеҙ?
– Был донъяла ла матур, үкенмәҫлек итеп йәшәргә, динде дөрөҫ тоторға, тура юлдан барырға тырышайыҡ. Ә дөрөҫ йәшәр өсөн динде яҡшы белергә кәрәк!
Был донъя ҡыҫҡа ғына, үтә лә китә, ә теге донъя – мәңгелек. Унда дәрәжәләребеҙ юғары булһын тиһәк, һәр кем дин буйынса ғилем алырға тырышырға һәм дин юлында күберәк хеҙмәт итергә тейеш. Һәр кемебеҙҙең маҡсаты – Аллаһ ризалығына өлгәшергә тырышыу. Әлбиттә, был беҙҙең һымаҡ гонаһлы бәндәләргә бик ауыр, сөнки күпселегебеҙ, бала саҡта совет заманында йәшәп, динде белмәй, хаталана-яңылыша тормошҡа аяҡ баҫҡанбыҙ, әммә өмөттө өҙмәйек. Был донъянан мосолман булып китеп, барыһының да йәннәткә эләгеүен теләйем.
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы Ғайсина хәҙер инде 20 йылдан ашыу дини мәҡәләләр яҙып, республикабыҙҙа дәғүәтсе ролен башҡара, шуға ла уны милләтебеҙҙең рухи мәғрифәтселәренең береһе тип әйтә алабыҙ. Уға артабанғы изге эштәрендә уңыштар теләйек.
- Фәрзәнә ВӘЛИЕВА
Өфө ҡалаһы