

...М. Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәренең Угледарға һөжүмгә барыуы йома көнөнә тап килә. Унан алда ғына ҡорбан салған булалар. Һөжүм алдынан полк имамы Хәмзә хәҙрәт Хафизов егеттәребеҙҙе йыйып ала. “Беҙҙең алда ауыр һынау тора. Унан кемегеҙ иҫән ҡайта, ә кемегеҙ юҡ – быны Аллаһ Тәғәлә генә белә. Раббыбыҙҙан именлек һорап, Уның ризалығы өсөн намаҙ уҡыйыҡ, егеттәр”, – ти ул. Шулай эшләйҙәр ҙә.
Ә был ваҡытта – ҡыш, сатлама һыуыҡ. Яугирҙәребеҙ, терһәккә ҡәҙәр ҡар менән генә таҙарынып, бит-муйынын сылатып һөртөп, намаҙ уҡырға йыйыла. Беләләрме, юҡмы – барыһы ла аяғүрә баҫып тора. Аллаһ Тәғәләнең мәрхәмәтенә, яҡларына ышаныс ҡиблаға ҡаратып ҡуя уларҙы. Рухи остаздары – һәр саҡ яндарында булған Хәмзә хәҙрәттең артынан намаҙ хәрәкәттәрен ҡабатлап, Аллаһҡа ялбаралар, сәждә ҡылалар... “Ғәмәлде ихлас күңелдән башҡарырға кәрәк, – тип өйрәтә уларҙы остаздары. – Йөрәктән сыҡҡан теләк-үтенес кенә Раббыбыҙға барып етер”.
Бына шулай ҙур эш алып бара Хәмзә хәҙрәт Хафизов яҡташ яугирҙәребеҙ араһында. Күптән түгел махсус хәрби операция биләмәһендә сәфәрҙә булғанда быға ныҡлы инандыҡ. Диндар гелән һалдаттар янында, уларҙың рух һағында.
“Махсус хәрби операция башланыу менән Юғары мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт Тажетдингә киттем. “Мин – имам. Бындай мәлдә өйҙә ултыра алмайым, йөрәгем ҡушмай, – тим. – Ебәрегеҙ мине яуға – һалдаттар янында булырға тейешмен”. Һәм шул саҡтағы ҡырҡа ҡарарыма бөгөн һис тә үкенмәйем. Бында үҙемде, ысынлап та, үҙ урынымда кеүек тоям”.
Хәмзә хәҙрәт яугирҙәргә һәр осраҡта ла Аллаһ Тәғәләгә яҡын булырға ынтылыу кәрәклеген төшөндөрә. “Әҙәм балаһының бөгөн ҡыуаныуы, ә иртәгә ҡайғы-хәсрәткә батыуы ихтимал. Раббыбыҙ беҙгә төрлө һынауҙарын ебәреп кенә тора. Ауырлыҡтарҙы ҡайһы берәүҙәр күтәрә алмай, һынып та ҡуйыусан, – ти хәҙрәт. – Яугирҙәребеҙгә килгәндә, яңы ғына улар тыныс тормошта йәшәй ине, бөгөн иһә – ут эсендә. Бында сәғәт кенә түгел, хатта секунд һайын үлем көтөүе ихтимал. Бөгөн барһың, иртәгә юҡһың. Ошондай хәүеф, ауыр һынау эсендә һәр кем күңел таянысы эҙләй. Ә был терәк – тик Аллаһ Тәғәлә. Ул һине һаҡлай икән, снаряд яуып торһа ла, имен ҡаласаҡһың, иншаллаһ. Әгәр инде Раббыбыҙға яҡынламайһың, доға ҡылмайһың икән, һин – һаҡлаусыһыҙ. Шуға ла яугирҙәребеҙгә, дингә килегеҙ, доғалар ятлағыҙ, намаҙға баҫығыҙ, тим һәр вәғәземдә. Әйткәндәремде ишетәләр, хаҡ юлға ыңғайлайҙар, әлхәмдү лил-ләһ”.
Ә вәғәздәрҙе Хәмзә хәҙрәт Башҡортостан егеттәре булған һәр яу урынында даими һөйләп, төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәндәргә яуап биреп, күңелдәрен тынысландырып, рухландырып йөрөй – диндарлыҡ бурысын бөтөн күңелен һалып атҡара. Ул алып барған тәрбиәүи эштең ни тиклем йоғонтоло, әһәмиәтле икәненә яҡташ яугирҙәребеҙ менән һөйләшкәндә ныҡлы инандыҡ. “Көнсығыштан беҙгә яуыз уйҙар менән баҫым яһайҙар икән, мылтыҡ тоҫҡамайынса булмай, – ти егеттәр. – Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарға бөтөнләй ҡаршы барған, шайтан ҡотҡоһона бирелеп, донъяла баш етмәҫлек тәртип-ҡағиҙәләр урынлаштырырға тырышҡан, мәҫәлән, бер енесле никахтар булдырыу мәсхәрәһен күрһәткән дошмандың юлын быумау – үҙе үк ҙур гонаһ ул”.
Был йәһәттән Хәмзә хәҙрәттең һүҙе бер: Көнсығыш илдәр юл һалған ҡот осҡос афәткә ҡаршы көрәшмәү мөмкин түгел, ти ул. “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө, тиелә динебеҙҙә. Тыуған илебеҙҙе, еребеҙҙе һәр яҡлап һаҡларға тейешбеҙ, – ти имам. – Көнбайыштан ниндәй өлгө алырға мөмкин?! Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса, ирле-ҡатынлы ғаиләлә балаларына дөрөҫ тәрбиә биреп үҫтермәгәс, киләсәктәре ниндәй булыр? Ә улар үҙҙәрендәге хәшәрәтлекте, Раббыбыҙ ҡушҡандарға ҡаршы тәртиптәрҙе беҙгә лә индерергә маташа. Быға юл ҡуймау, тимәк, Ватаныбыҙҙы, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлау – имандың бер өлөшө”.
Билдәле булыуынса, Хәмзә хәҙрәт быйылғы Ҡорбан байрамы алдынан республикаға яугирҙәребеҙгә ҡорбанлыҡ малдары ебәреүҙе һорап мөрәжәғәт иткәйне. “Һөҙөмтәлә Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндең ярҙамы менән махсус хәрби операция биләмәһендәге егеттәребеҙгә 15 баш һарыҡ килтереп еткерелде. Уларҙы яугирҙәребеҙ хеҙмәт иткән һәр урында ашатырға ниәт ҡылғанбыҙ. Ебәрелгән ҡорбанлыҡтар өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, изгелегегеҙгә Аллаһ Тәғәлә сауаптарын насип итһен. Ғөмүмән, республикабыҙ һәр саҡ бар яҡлап ярҙам итеп тора. Ошолай берҙәм булғанда, һис шикһеҙ, еңәсәкбеҙ!” – ти Хәмзә хәҙрәт.
Ул – хаж ҡылған кеше. Һөйләүенсә, 2008 йылда мәҙрәсәгә уҡырға ингәс, тәүге сессияһы хаж ҡылыу мәленә тура килә. Нимә эшләргә белмәйенсә аптырап ҡалғас, уҡытыусыһы: “Исламдың биш терәгенең береһе булған хаж ғәмәлен ҡалдырма, бар, – ти. – Сессияны иһә, иншаллаһ, ҡайтҡас та тапшырып ҡуйырһың”. Шулай итеп, изге сәфәргә юллана яҡташыбыҙ. “Унан утыҙ литрҙан ашыу зәм-зәм һыуы, шулай уҡ үҙем бейеклектәге айҙы күтәреп ҡайттым, – ти ул. – Ун биш йыл үтһә лә, зәм-зәм һыуы һаман да бөтмәй әле, иҫкермәй һаҡлана, шифаһы иһә баһалап бөткөһөҙ”. Ә айҙы Хәмзә хәҙрәт Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында төҙөргә ниәтләгән мәсет өсөн ала. Был маҡсатына ун йыл элек тотоноп, махсус хәрби операция башланғанға тиклем байтаҡ эш атҡарып өлгөрә. “М. Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәре менән бергә яуға юлланыр алдынан республика Башлығы Радий Хәбиров, барыбыҙҙы йыйып алып: “Кемегеҙҙең ниндәй башҡарылмаған эше ҡалды?” – тип һорап ҡуйҙы. Миңә сират еткәс, йөрәгемде өйкәп торған мәсьәләне әйттем. “Ун йыл буйы Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында мәсет төҙөйөм, ошо эште һаман аҙағына еткереп булмай”, – тинем. “Хәҙрәт, тыныс күңел менән барығыҙ, ә беҙ һеҙҙең мәсьәләне хәл итербеҙ”, – тине Радий Фәрит улы. Һәм һүҙендә торҙо: әлхәмдү лил-ләһ, мәсет төҙөлөшө дауам итә”, – тип республика Башлығына ҙур рәхмәт әйтте дини остаз.
...Ут эсендә Аллаһ ярҙамына өмөт итеп алға бара егеттәребеҙ. Иман юлына килгәндәрҙең сафы артҡандан-арта. “Дингә күркәм һүҙ, үҙеңдең өлгөлө ғәмәлдәрең менән саҡыр” – Пәйғәмбәребеҙҙең ошо аманатын тотоп эш иткән Хәмзә хәҙрәттең күңелдәргә сәскән өмөт-ышаныс, иман емештәре киң таралып, ғүмерҙәрҙе һаҡлаһын, тыныслыҡҡа юл ярһын, иншаллаһ!
- Вәдүт ИСХАҠОВ