Иман
1 Июль 2023, 15:30

Яу ни сәбәпле башланған?

Ике башлыҡ шул саҡта тыңлап бөткән булһа...

Яу ни сәбәпле башланған?Яу ни сәбәпле башланған?
Яу ни сәбәпле башланған?

Борон бер батша күрше ерҙәрҙең батшаһына йомош менән сапҡынсыны ебәргән. Уныһы һуңланҡыраған һәм, тәхет яғына йүгереп инеп, хужаһының әйткәндәрен өҙөк-өҙөк еткергән:

Әфәндем һеҙҙән... ҡара ҡойроҡло күк ат һорай. Әгәр шундайҙы бирмәйһегеҙ икән, ул...

Туҡта, башҡа тыңларға теләмәйем! – тип бүлдергән батша сапҡынсыны. – Хужаңа әйт, юҡ минең ундай атым. Әгәр булһа...

Ошо урында тамағын ҡырып туҡтап ҡалған. Ул арала сапҡынсы сығып та ҡасҡан. Атына һикереп менеп, хужаһына ҡаты яуап тураһында еткерергә ашыҡҡан.

Батша ишеткән хәбәренән ныҡ асыуланған һәм күршеләренә ҡаршы һуғыш башлаған. Яу оҙаҡ дауам иткән – бик күп ҡан ҡойолған, ерҙәр әрәм ителгән – ике яҡ өсөн дә ныҡ ҡиммәткә төшкән.

Ниһайәт, ҡаҙналары бушағас, ғәскәрҙәре ҡырылып бөткәс, батшалар килешергә ҡарар иткән. Бер-береһенә ҡарата дәғүәләр буйынса фекер алышыу өсөн осрашҡандар.

Һөйләшеү башланғас, икенсе батша беренсеһенән һораған:

"Ҡара ҡойроҡло күк ат кәрәк. Әгәр шундайҙы бирмәйһегеҙ икән..." Был һүҙҙәр менән нимә әйтергә теләнең?

Уның дауамы бар ине: “...башҡа төрлөһө лә бара”. Ә һин "Юҡ минең ундай атым. Әгәр булһа..." тигән һүҙҙәрең менән нимә әйтергә теләнең?

Уның да дауамы бар ине: “...ҡәҙерле күршемә бүләккә хәҙер үк биреп ебәрер инем".

Бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы булайыҡ, ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәйек. Һеҙҙең иғтибарға июлгә намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ.

Текст һәм фото сығанағы: vk.com/ufa_barakat

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас