Иман
8 Июля 2023, 00:00

Дошманға ҡаршы уҡыла торған доға

Таңдағы теләктәрҙең ҡөҙрәте сикһеҙ. Имен булайыҡ!

Дошманға ҡаршы уҡыла торған доғаДошманға ҡаршы уҡыла торған доға
Дошманға ҡаршы уҡыла торған доға

Ниндәйҙер бер һуғыш алдынан Аллаһ рәсүле: "Эй кешеләр, дошман менән осрашыуҙы теләмәгеҙ һәм Аллаһтан яҡлау һорағыҙ. Ләкин дошман ҡаршығыҙҙа торғанда сабыр булығыҙ һәм ҡылыстарығыҙҙың ышығында Ожмах икәнен белегеҙ", тигән дә ошо доғаны ҡылған:

"Аллааһүммә мүнзиләл-китәәби сәрииғәл-хисәәби иһзимил-әхзәәб, аллааһүммәһзимһүм үә зәлзилһүм".

Мәғәнәһе:

"Китапты төшөргән йәнә хисапҡа йылдам Аллаһым! Был әҙәмдәрҙе ҡыйрат. Эй Аллаһым! Уларҙы тарҡатып, дер һелкет!"

Сығанаҡ: "Мосолмандың ҡәлғәһе" китабы.

Зиннур Боҫҡонов фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас