Иман
11 Июль 2023, 20:45

"Әсәйемдең күҙ йәштәрен күргем килмәй..."

...Баҡһаң, ете йәшлек ҡыҙҙары һуғанды сүп биҙрәһенә ташлай икән. “Ниңә улайтаһың?” – тип ғәжәпләнеп һораған атаһы менән әсәһе, баланың яуабын ишетеп, баштарын түбән эйә...

"Әсәйемдең күҙ йәштәрен күргем килмәй...""Әсәйемдең күҙ йәштәрен күргем килмәй..."
"Әсәйемдең күҙ йәштәрен күргем килмәй..."

Ир менән ҡатын бер мәл өйҙә һуған юғалыуына иғтибар итеп, аптырап ҡала. Алалар, ә ул ҡайҙалыр юҡ була...

Күҙәтә башлағас, шул асыҡлана: баҡһаң, ете йәшлек ҡыҙҙары һуғанды сүп биҙрәһенә ташлай икән. “Ниңә улайтаһың?” – тип ғәжәпләнеп һорай атай менән әсәй. Ҡыҙсыҡ байтаҡ ҡына өндәшмәй йөрөй, унан сәбәбен һөйләп бирә. Баланың һүҙҙәренән өлкәндәр баштарын түбән эйә...

Ҡыҙ әйтеүенсә, өйҙә әсәһе ике осраҡта илай: ире рәнйеткәндә һәм һуған әрсегәндә. “Әсәйемдең күҙ йәштәрен күргем килмәй, – тип белдерә ул. – Атайға көсөм етмәгәнлектән, һуғанды ташлайым: әсәйемдең илауы аҙға булһа ла кәмеһен тип...”

Ғаиләлә ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, иң тәүҙә балаларыбыҙҙың күңелен уйлап, барыһын да тыныс хәл итергә тырышайыҡ. Ул-ҡыҙҙарыбыҙ ут йотоп, ҡурҡып үҫмәһен. Уларҙың да, үҙебеҙҙең дә киләсәгебеҙҙе уйлайыҡ. Балаларыбыҙ бәхетле булһын!

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас