Иман
16 Июль 2023, 18:05

"Һинең менән кисте еткерҙек..."

Йоҡлар алдынан ниндәй сүрәләрҙе уҡыу яманлыҡтарҙан һаҡлар?

"Һинең менән кисте еткерҙек...""Һинең менән кисте еткерҙек..."
"Һинең менән кисте еткерҙек..."

Ҡояш батҡас, йоҡлар алдынан ихлас күңелдән әйтелгән доға-теләктәр Аллаһҡа барып етер, тиелә динебеҙҙә. 

* Хаҡ хәҙистәрҙең береһендә әйтелеүенсә, кис "Аятел-Көрси"ҙе уҡыған кеше иртәнгә ҡәҙәр ендәрҙән һаҡланған булыр.

* "Ихлас", "Фәләҡ" һәм "Нәс" сүрәләрен иртәнсәк һәм кис өсәр тапҡыр уҡыу барлыҡ яман нәмәләрҙән һаҡланыу өсөн етерлек. 

* Кис "Аллааһүммә бикә әмсәйнәә, үә бикә асбәхнәә, үә бикә нәхйәә, үә бикә нәмүүтү, үә иләйкәл-мәсынир" тигән доғаны уҡыу хәйерле һанала.

Мәғәнәһе:

"Эй Аллаһ! Һинең менән кисте еткерҙек, йәнә Һинең менән таң аттырҙыҡ, Һинең менән ғүмер һөрәбеҙ, Һинең менән баҡыйлыҡҡа күсәбеҙ, йәнә ҡайтыр еребеҙ ҙә Һиңә".

Доғаларыбыҙ ҡабул булһын, һәр таңды имен-аман ҡаршыларға яҙһын, иншаллаһ!

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас