Иман
21 Июль 2023, 14:17

Аҙан тауыштары тынмаһын

Бәләкәй Бәхтегәрәйҙә — оло ваҡиға.

Ф. Ишморатованың шәхси архивынан.Ф. Ишморатованың шәхси архивынан.
Фото:Ф. Ишморатованың шәхси архивынан.

Баймаҡ ҡалаһына яҡын ғына урынлашҡан Мерәҫ һәм Бәхтегәрәй ауылдары бай тарихы, күренекле шәхестәре менән киң билдәле. Уларҙың илһөйәр халҡы, тыуған төйәгенә ныҡлы тамырланып, бәләкәй ватанын хәстәрләп, ҡурсалап йәшәй.

Бәләкәй генә Бәхтегә­рәй­ҙә лә ике йыл эсендә кү­мәкләшеп мәсет төҙөп ҡуйҙылар. Урындағы әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Мерәҫ­тә­ге почта бүлексәһе етәк­сеһе Мәрйәм Нәҙербаева һөйләүенсә, Баймаҡ хал­ҡының бер-береһе, атайсалы өсөн янып йәшәүен йәнә бер тапҡыр раҫлаған был ғәмәл.

“Мерәҫтең иҫке иман йортон һүтеп, материалдарын бында алып килгәй­не­ләр, – ти Мәрйәм Морат ҡыҙы. – Ирем Сәйет Мөх­тәр улы менән уйланып йө­рөнөк тә, ойоштороу бурыстарын үҙ иңебеҙгә алып, эште башлап ебәрҙек. Иң тәүҙә ватсап мессенджерында айырым чат асып, ниәтебеҙҙе бел­дер­ҙем. Ауыл­даштар, әлбит­тә, тыу­ған төйәктә мәсет тө­ҙөй баш­лауҙы ихлас хупланы. Дәррәү аҡса йыйҙылар. Был эшкә ситтә ғүмер иткән ауылдаштар ҙа, Бәхтегә­рәй­ҙе ишетеп кенә белгәндәр ҙә, хатта белмәгәндәр ҙә ҡушылды”.

Күпмелер аҡса йыйылғас, күмәкләп кәңәшләшеп, төҙө­лөштө башлап ебәрәләр. Ир-егеттәр дәррәү нигеҙ ҡора, унан күмәкләп йортто күтәрәләр. Артабан дөйөм аҡсаға профнастил алып, ҡыйығын ябып ҡуялар. Барлыҡ эштәр ҙә өмә менән үткәрелә. Бәхтегәрәй менән Мерәҫтең тотош халҡы, эшҡыуарҙары изге ғәмәлгә ҙур өлөш индерә. Улар ғына ла түгел, эргә-тирәләге баш­ҡа ауылдар, мәҫәлән, Те­мәстең йүнселдәре ихлас күңелдән ярҙам ҡулын һуҙа.

“Өмәгә ҡасан йыйылһаҡ та, берәү ҙә ҡатнашыуҙан баш тартманы. Эшҡыуар­ҙа­рыбыҙ, ниндәй генә мәшә­ҡәтле мәлдәре булмаһын, ярҙам кәрәклеген белеү менән килеп етте, ҡайһы бер нәмәләрҙе үҙҙәренең оҫталарынан да яһатты. Заказ биргән төҙөлөш кәрәк-яраҡтарын техникалы ир-егеттәр гел бушлай ташыны, береһе лә хаҡ һораманы. Шулай уҡ, ҡайһы магазинға барһаҡ та, тауарҙы ҙур ташлама менән бирҙеләр. Хатта бушлай тоттороп сығар­ғандар ҙа булды”, – тип ҡыуанып хәбәр итте Мәрйәм Морат ҡыҙы.

Ошолай күмәк көс менән төҙөлә иман йорто. 1 июндә иһә уны асыу тантанаһына ла халыҡ дәррәү йыйыла. “Бер тана һуйып, барлыҡ кил­гән кешеләргә мул табын ойошторҙоҡ. Уңған ҡатын-ҡыҙ­ҙарыбыҙ, һәр ваҡытта­ғы­са, һәр кемде ихлас һый­ланы. Байрамға килгән ҡу­наҡ­тар нур бөркөлөп торған мәсетебеҙҙән көс-ҡеүәт алып, уның уңышлы эшлә­үен теләп, атайсалыбыҙҙың хәстәрлекле ҡулдарҙа икәне­нә инанып, һөйөнөп таралышты”, – ти Мәрйәм Нәҙер­баева.

28 июндә иһә, изге ғәйет көнөндә, Бәхтегәрәй мәсе­тен­дә ҡорбан ашы үтә. Был изге ғәмәлде ошо ауыл килене, яугир әсәһе Фәимә Ишморатова ойоштора. Ул ҡорбанлыҡ мал алып, ҡай­ныһының ихатаһында салдыртып, мәсет биләмәһенә ҡаҙан элеп бешереп, махсус хәрби операция биләмә­һен­дәге һәр кем тыуған яғына имен-аман әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә мосолманлыҡ бурысын үтәй. Ҡорбан ашында ауылдаштар, район хакимиәте ҡарамағындағы Халыҡ ижады үҙәге директоры Миңзифа Нәҙербаева ихлас ҡатнаша, мәсеттең имам-хатибы Рамаҙан хәҙ­рәт Ямантаев аяттар уҡый, вәғәздәр һөйләй. “Яугир әсәһенең изге ғәмәлен Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһен, һәммәбеҙҙең дә теләктә­ребеҙ тормошҡа ашып, ир-егеттәребеҙ тыуған яғына имен-аман әйләнеп ҡайтып, ҙур-ҙур Ҡорбан мәжлестәре үткәрергә яҙһын”, – ти ауыл халҡы.

50-нән ашыу кеше йәшә­гән бәләкәй генә Бәхтегә­рәйҙә аҙан тауыштары тынмаһын, оло ғәмәлдәре сауап алһын, иншаллаһ!

 Дилбәр ИШМОРАТОВА

Баймаҡ районы.

Читайте нас