Иман
30 Июль 2023, 17:30

Һабыр егеттәре аҡ ҡорбан салдырған

Уларға ауылдаштарының әйткән һүҙҙәре - яҙмала.

Һабыр егеттәре аҡ ҡорбан салдырғанҺабыр егеттәре аҡ ҡорбан салдырған
Һабыр егеттәре аҡ ҡорбан салдырған

Йылайыр районының Һабыр ауылында махсус хәрби операциялағы ауылдаштарының именлегенә аҡ ҡорбан салып ашатҡандар.

Илназ Әмир улы Таһировтың тәҡдиме менән ауылда, ситтә йәшәгән ир-егеттәр аҡса йыйып, ике һарыҡ һатып алып, яугир ауылдаштарының ҡатындарын, ата-әсәларен саҡырып, Тауай ҡоҙоғо янында ҡорбан ашатҡан. Һарыҡтарҙың береһенең итен бүлеп, таратып та биргәндәр.

“Аштан тыш, былау бешереп, шул тиклем матур итеп әҙерләнгәндәр. Донъя именлеге, һалдаттарҙың иҫәнлеге, барыбыҙҙың һаулығына аят бағышланды. Һуғышта йөрөгән улдарыбыҙ, ирҙәребеҙ, балаларын күҙ ҡараһылай көткән ата-әсәләр, ҡатындары исеменән ошо матур сараны ойошторған Илназға, уның тәҡдимен күтәреп алып, аҡса ебәргән, йүгереп йөрөп хөрмәт күрһәткән барлыҡ ир-егеттәргә ҙур рәхмәт. Аш-һыу йүнәтҡән ҡатын-ҡыҙҙарға айырым рәхмәт. Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе һаулыҡтан айырмаһын, ни теләйһегеҙ - шуны бирһен. Ғүмерле, бәхетле булығыҙ. Махсус хәрби операция тамамланып, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын. Рәхмәт, егеттәр! Гел шулай берҙәм, бергә булығыҙ!” – тип яҙҙылар Һабыр ауылының "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә.

Сығанаҡ: vk.com/public89314379

Һабыр егеттәре аҡ ҡорбан салдырған
Һабыр егеттәре аҡ ҡорбан салдырған
Һабыр егеттәре аҡ ҡорбан салдырған
Һабыр егеттәре аҡ ҡорбан салдырған
Һабыр егеттәре аҡ ҡорбан салдырған
Һабыр егеттәре аҡ ҡорбан салдырған
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас