Иман
31 Июль 2023, 18:00

"Елдең яманлығынан Үҙеңә һыйынамын"

Көслө ел сыҡҡанда уҡыла торған доғаларҙы тәҡдим итәбеҙ.

"Елдең яманлығынан Үҙеңә һыйынамын""Елдең яманлығынан Үҙеңә һыйынамын"
"Елдең яманлығынан Үҙеңә һыйынамын"

1. "Аллааһүммә иннии әсьәлүкә хайраһәә үә әғүүҙү бикә мин шәрриһәә".

Мәғәнәһе: "эй, Аллаһ! Мин Һинән был елдең яҡшылығын һорайым һәм уның яманлығынан Үҙеңә һыйынамын".

2. "Аллааһүммә иннии әсьәлүкә хайраһәә үә хайра мәә фииһәә үә хайра мәә үрсиләт биһ, үә әғүүҙү бикә мин шәрриһәә үә шәрри мәә фииһәә үә шәрри мәә үрсиләт биһ".

Мәғәнәһе: "Эй, Аллаһ! Мин Һинән был елдең хәйерле булыуын, йәнә уның эсендәгеһенең яҡшылығын һәм уның менән килгән нәмәнең яҡшылығын һорайым. Һәм мин уның яманлығынан һәм уның эсендәгеһенең яманлығынан һәм уның менән килгән нәмәнең яманлығынан Үҙеңә һыйынамын".

Һеҙҙең өсөн август айына намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының "Дини тәҡүим" китабынан). Аллаһ Тәғәлә һәр таңыбыҙҙы имен ҡаршыларға насип итһен!

Фото: vk.com/ufa_barakat

 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас