Иман
1 Август 2023, 02:00

Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында шул

Улар иҫән саҡта ҡәҙерҙәрен беләйек тип, ҡыҙы ҡорбан салдырған.

Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында шулОжмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында шул
Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында шул

Хәйбулла районының Өфө ауылында йәшәгән Юлиә Юлыева әсәһе хөрмәтенә ҡорбан салдырған. Һәм туғандар, күршеләр йыйылышып, ҡорбан ашын үткәргәндәр.

"Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында. Әсәйемә бағышлап ҡорбан салдырҙыҡ, сөбханалла. Сауаптарын насип итһен Аллаһ Тәғәлә, иншалла! Амин! Барыһына ла ҙур рәхмәт: Ханнан олатайға, күршеләремә, туғандарыма! Һау-сәләмәт кенә булығыҙ! Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә! Мин һине яратам!" - тигән Юлиә. 

Әсәһе Фирүзә Сөләймәнова яуап итеп, рәхмәт һүҙҙәрен еткергән: "Минең һөйөклө ҡыҙым! Ихлас күңелдән рәхмәт! Һау, уңышлы, бәхетле бул! Яратҡан ейәндәрем ҡыуандырып ҡына торһон. Хоҙай һине бөтә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап йөрөтһөн, минең матурым, принцессам!"

Матур, татыу ғаилә, эйеме? Ғаилә именлегенә, илдәр тыныслығына ни етә.

Фото: https://vk.com/id63803456

Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында шул
Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында шул
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас