Иман
4 Август 2023, 08:18

Хәйер – аҡса һалыу ғынамы?

“Ул мәсеткә буш ҡул менән бара...”

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

“Ауылыбыҙҙағы өлкән йәштәге яңғыҙ ағай көн дә мәсеткә йөрөй. Иман йорто асылғандан бирле уның тупһаһына саң ҡундырмай. Әммә ҡайһы берәүҙәр быны оҡшатмай. “Уның көн дә йөрөүенән ни фәтүә? Хәйер ҙә һалмай, гел буш ҡул менән бара”, – тиҙәр. Ошондай осраҡҡа ҡарата динебеҙҙә нимәлер әйтелгәнме икән?” – тип һораған гәзит уҡыусыларыбыҙҙың береһе.

Был һорауға дини китаптарға, диндарҙарыбыҙҙың әйткәндәренә нигеҙләнеп яуап бирергә тырышабыҙ.

Нимә ул хәйер? Аҡса һалыумы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр был ғә­мәлде шулай тип аңлай. Ә хәйер­ҙең мәғәнәһе бик киң. Бер-береңә аҡыл, фекер, ҡул көсө менән ярҙам итеп, күңелде үҫтереү, йылмайыу, ихлас күрешеү, хәлде һорашыу, бүләк бирешеү, йорт төҙөшөү... Быларҙың барыһы ла – хәйер. Изге ғәмәлдең эсенә бөтөн яҡшылыҡ тупланған. Хатта, мәҫә­лән, кемдер атҡа менә алмай тора икән, уға ярҙам итеп ебәреү ҙә хәйергә һа­нала. Ни өсөн тигәндә, ҡәрҙәшеңә булышлыҡ ҡылдың, күңелен үҫтер­ҙең, яңғыҙ түгеллеген иҫенә төшөр­ҙөң, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлелек кеүек сифаттарҙың мәңгелек икәненә йәнә бер ҡат инандырҙың. Ярҙам күргән кеше үҙе лә бүтәндәргә изгелек өләшә башлар. “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреүсе­ләр гүйә ки орлоҡ кеүек, – тиелгән бит Ҡөрьәндә. – Ул, үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр…”

Динебеҙҙә, мәғлүм ки, баҡый­лыҡҡа күскәндәргә хәйер биреү ҙә бар. Мәрхүмдәрҙең рухы көтөп тора, ти өлкәндәр. Баҡыйлыҡта­ғылар хәйергә, Ҡөрьән уҡытыуға һәр ваҡыт мохтаж, аят-доғалар уларға нур, яҡтылыҡ, рәхмәт булып бара. Исламда шулай уҡ мәрхүм­дәрҙе һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙатыу, унан һуң да бергәләп иҫкә алып тороу йолаһы бар. Был, беренсе­нән, туғандарҙың ҡайғыһын уртаҡ­лашыу булһа, икенсенән, баҡый­лыҡҡа күскәндең рухына хәйер бирелә, доға ҡылына. Был ғәмәл үҙебеҙгә бәрәкәт, күңел тыныслығы рәүешендә әйләнеп ҡайта.

Әлеге һорауға килгәндә, мәсеткә көн дә йөрөгән ҡәрҙәшебеҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, иман юлында башҡаларға өлгө күрһәтеп, ғәйәт ҙур изге эш башҡара. Был – үҙе үк хәйер. Мәсеткә аҡса һалыу өсөн генә килмәйҙәр. Уның тупһаһына саң ҡундырмау, аят-доғаларҙан айырылмау – мосолмандың изге бурысы. Йәнә шуны әйтеп китмәү мөмкин түгел: был ағайҙың мәсеткә гел буш ҡул менән барғанын кем күҙәтеп торған? Бәлки, ул хәйерҙе башҡаларға күрһәтмәйенсә һала­лыр? Исламда бит изге ғәмәлдәр бүтәндәр ҡарап баһалаһын тигән маҡсатта үтәлмәй, ә фәҡәт Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен алыу өсөн атҡарыла.

Ошо урында билдәле бер хикә­йәтте йәнә иҫкә төшөрөп үтәйек. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм ниндәйҙер сәйәхәт ойоштороу өсөн халыҡтан ярҙам йыйыр­ға ниәт итә. Ғәли хәҙрәт булғанын ҙур ихласлыҡ менән бүлешә. Пәй­ғәмбәребеҙ уға тиҙ генә доға ҡыла ла юлын дауам итә. Ғосман хәҙрәт­кә инә. Уныһы, хәлле кеше булараҡ, бик ҙур ярҙам күрһәтә, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уға оҙаҡ итеп доға ҡыла. Быны күргән Ғәли хәҙрәт аптырап ҡала. “Йә, Рәсүлул­лаһ, ярҙам­ды аҙ күрһәткән өсөн миңә ҡыҫҡа ғына доға ҡылдыңмы?” – тип һорай. Пәйғәмбәребеҙ иһә шулай яуаплай: “Һин барыһын да ысын күңелдән, ихласлыҡ менән башҡарҙың. Аллаһ Тәғәлә ғәмәлең­де ҡабул итте, шуға оҙаҡ доға ҡы­лыу ихтыяжы булманы. Ә Ғосман хәҙрәттең күңеленә “Иң күп ярҙам­ды мин күрһәттем, ахыры” тигән уй ингәйне. Шуға ла “Эй, Раббым, ҡәрҙәшебеҙҙең ярҙамын ҡабул итһәңсе” тип оҙаҡ ҡына доға ҡылырға тура килде”.

Хәйерҙе Аллаһ Тәғәләнең риза­лығы өсөн бирәйек, мохтаждарға, етемдәргә хәлебеҙҙән килгәнсә матди йәһәттән булышлыҡ ҡыла­йыҡ, ҡул-тел ярҙамы күрһәтәйек. Бер-беребеҙгә ҡыуаныс-шатлыҡ өләшеп, һөйөнөстәрҙе уртаҡ итеп йәшәргә яҙһын.

 Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас