Иман
5 Август 2023, 18:10

Өләсәһен күтәреп хажға алып барған

Ҡартайған көнөндә һәр әсә балаһының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәргә теләй.

Өләсәһен күтәреп хажға алып барғанӨләсәһен күтәреп хажға алып барған
Өләсәһен күтәреп хажға алып барған

Интернетта әсәһенме, өләсәһенме күтәреп хажға барған йәш ирҙең видеояҙмаһы таралды. Ул оло ғына йәштәге ҡатын-ҡыҙҙы ҡулында тотҡан килеш Ҡәғбә ташы тирәләй атлай, үҙе бер туҡтауһыҙ "биби", "хабиби" тип ҡабатлай. Тәүге һүҙҙе өйҙәге хөрмәтле өлкән кешегә, өләсәйгә, хужабикәгә, ҡатынға әйтәләр, ә икенсеһе "ҡәҙерлем", "яратҡаным" мәғәнәһендә.

Ҡарт әбей "машаллаһ", "машаллаһ" тип үҙ бәхетенә үҙе ышанмай килә. 

Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында.

Марат Ғафаров фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас