Иман
11 Август 2023, 08:13

Һуңлап килгәс...

letsgophotos.ruletsgophotos.ru
Фото:letsgophotos.ru

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолмандарға намаҙ ваҡытын көтөп ултырғанда ла бер-береһенә ҡамасауларға рөхсәт итмәгән. Тәүҙә килгәндәр – алдан, һуңғараҡ ҡалғандар арттан урын алған.

Пәйғәмбәребеҙ бер мәл йома вәғәзе һәм хөтбә һөйләп торғанда, кемдер мәсеткә килеп инә лә, башҡаларға ҡағыла-ҡағыла үтеп, алға килеп баҫа. Ғибәҙәт тамамланғас, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм унан:

– Ниңә һин бөгөн намаҙҙы беҙҙең менән бергә уҡыманың? – тип һорай.

Теге кеше дәғүәнең нигеҙенә шунда уҡ төшөнә.

– Эй, Аллаһ илсеһе! Мин бит яҡыныраҡ килеп, һеҙҙе күреп ултырырға теләнем, – ти.

– Башҡаларҙың иңенә ҡағыла-ҡағыла үткәнеңде, ҡамасаулағаныңды күрҙем, – тип дауам итә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Бел: мосолмандарҙың маҙаһына тейгән кеше мине лә рәнйетә. Тимәк, бындай ғәҙәт Аллаһ Тәғәләгә лә оҡшамай.

Дилбәр ИШМОРАТОВА 

Читайте нас