Иман
13 Сентябрь 2023, 11:30

Ауылдарҙа мәсеттәр ҡалҡа

Уларға хәйриә фондынан 100-әр мең һум аҡса бүленгән. 

Ауылдарҙа мәсеттәр ҡалҡаАуылдарҙа мәсеттәр ҡалҡа
Ауылдарҙа мәсеттәр ҡалҡа

Әлеге ваҡытта Хәйбулла районының бер нисә ауылында мәсет төҙөү эше бара. Улар урындағы халыҡтың һәм эшҡыуарҙарҙың тырышлығы, берҙәм көсө менән сафҡа инәсәк. Хәйриә фондынан Үрнәк, Юлбарыҫ һәм Маҡан ауылдарындағы мәсеттәр төҙөлөшөнә 100-әр мең һум аҡса бүленгән.

Юлбарыҫ ауылындағы иман йорто быйыл йәй төҙөлә башлаған. Мәсет бинаһы ауыл халҡының көсө менән күтәрелгән, фонд бүлгән аҡсаға юлбарыҫтар профлист һатып алып, ҡыйыҡ ябыу эштәрен башҡарырға ниәтләй.

Маҡан ауылында әлеге ярҙам аҡсаһын төҙөлөш материалдары һатып алыуға, эске биҙәкләү эштәренә, шулай уҡ манара өсөн торбалар алыуға тотонорға уйлайҙар. Ә Үрнәк ауылы халҡы хәйриә өлөшөнә ишек һәм тәҙрәләр һатып алырға килешкән.

Ауылдарҙа ҡалҡҡан иман йорттарынан яңғыраған аҙан тауыштары кешеләрҙең күңеленә сафлыҡ өләшһен, изге эштәргә, матур, айыҡ, сәләмәт тормошҡа әйҙәһен. Мәсеттәр күңелдәре иманға ынтылған мосолман ҡәрҙәштәр менән тулы булһын.

Фотолар һәм сығанаҡ: vk.com/sibayonline

Ауылдарҙа мәсеттәр ҡалҡа
Ауылдарҙа мәсеттәр ҡалҡа
Ауылдарҙа мәсеттәр ҡалҡа
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас