

Зәйнулла ишандың Ғәбделрәсүл исемле улы, Кәримә исемле ҡыҙы була. Ҡыҙы отҡор була, ислам динен өйрәнә. Ишан шәкерте Йософ был ҡыҙҙы оҡшата. Ул Әбйәлил районы Тамъян ырыуынан була. Никах уҡытып өйләнешәләр. Имам булып Күсем ауылына ҡайталар. Шәмситдин исемле улдары тыуа. Кәримә ҡаты ауырып китә. Мәрхүмә булып ҡала. Йософ тағы өйләнә. Быныһы татар ҡыҙы була. Шәмситдингә иғтибар кәмей. Зәйнулла ишанға ошондай хәбәрҙе еткерәләр: “Ейәнең һарғая. Әсәһен һағына". Ишан баланы үҙем тәрбиләп үҫтерәйем, тип ейәнен үҙенә Троицкиға алып ҡайтып китә. Хоҙай Тәғәлә биргән зиһен, аң, аҡыл һәм тормоштан алған белемен ейәненә бирә ул. Бигерәк тә олатаһы Нәҡшбәндиә тәриҡәтен, суфыйсылыҡ нигеҙҙәрен ныҡлап өйрәтә.
Үҫә биргәс, мәҙрәсәгә уҡырға инеп, бөтә фәндәрҙе лә тик яҡшы билдәләргә тапшырып, ҡулына өлгөргәнлек ҡағыҙы ала. Шулай итеп, Шәмситдин үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа. Мәҙрәсәлә алған белемен, бигерәк тә олатаһы биргән кәңәштәрен, белемсе ғүмеренең ахырынаса ҡуллана. Балаларҙы, ололарҙы уҡыта башлай. Үҙе тапҡан хәләл мал йыйып, хажга ла барып ҡайта. Белемле, абруйлы Шәмситдин хәҙрәтте төрлө ергә саҡыралар. Үҙ ғүмерендә күп ерҙәр гиҙеп өлгөргән ул.
1900 йылдарҙа Шәмситдин хәҙрәтте тәҡдире Белорет районы Шығай ауылына алып килә. Ауыл имамы вафат булғас, уның урынын алмаштыра. Бикбай ҡыҙы Бибиәсмәгә күҙе төшә. Бикбай тоҡомдары әле лә бар. Ауылдың уҡымышлы байы Ғәбсәлимов Бикбайҙың Әсмәбикә исемле ҡыҙын кәләш итеп ала.
Ауылдың ҙур ғына мәсетендә үҙе имам, көр тауышлы ҡайныһы Бикбай мөәзин хеҙмәтен башҡара. Шәмситдин хәҙрәт - ир-егеттәрҙе, Әсмәбикә абыстай ҡатын-ҡыҙҙарҙы дини йүнәлештә уҡыта.
Советтар осоронда, динһеҙлек хөкөм һөргән ваҡытта Иҡсановтар (Шәмситдиндең фамилияһы) төрлө ҡаршылыҡтарға, мыҫҡыллы көлөүҙәргә дусар була. Зәйнулла ишан өйрәткән сабырлығы, түҙемлеге ихтыярын һындырмай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шомло 30-сы йылдар беҙҙең ауылды ла урап үтмәй. Шәмситдин хәҙрәтте нахаҡҡа ғәйепләп ҡулға алалар. Өйөн, бар мөлкәтен тартып алалар.
Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте, олатаһының доғалары ярҙам иткәндер инде – күптәрҙең һөйәктәре сит- ят ерҙәрҙә ятып ҡалһа ла, хәҙрәт ауыр хәлдә ауылға әйләнеп ҡайта. Ғәҙелһеҙлектә кемде ғәйепләһен инде – ул заманда бөтә ил ошо тамуҡты кисерә.
Шәмситдин хәҙрәт абыстайы менән йәштәр, ауылдаштары араһында әхлаҡи тәрбиә эштәре алып бара. Хоҙай Тәғәлә әүлиәлек көс-ҡөҙрәтен биргәндер: ауырыуҙарҙы дауалай, өшкөрә, төрлө шифалы үләндәр йыя. Дәһшәтле һуғыш башланғас, ауыл халҡы менән бергә хөкүмәтебеҙгә ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнаша.Түшәктә ятҡан хәлһеҙ ауырыуҙарҙы өшкөрөп аяҡҡа баҫтырғас, күрше ауылдарҙан да килә башлайҙар. һуғыш ваҡытында, унан һун да, йәш балалар үлеме йышая. Беҙҙен яҡта борон-борондан килгән бер йола бар: сабыйҙар үлеп торһа, йәки ауырыу, хәлһеҙ булһа, уларҙы муллаға хәйер итеп биргәндәр. Бер нисә йыл үткәс, атай-әсәйҙәр балаларын кире һатып алғандар.
Беҙҙең ғаиләлә лә шундай хәл булды. Атайым Усман, әсәйем Файза бала ҡайғыһын күп күрә. Атайымдың тәүге ҡатынының һәм әсәйемдең йәмғеһе 7 сабыйы үлгән. Тиф, дизентерия, ҡыҙылса һәм башҡа сирҙәр балаларҙы күп ҡырған, һигеҙенсе бала булып тыуғас, мине лә Шәмситдин әүлиә менән Әсмәбикә абыстайға хәйер итеп биргәндәр. Әсмәбикә абыстай әсәйемдең ҡан ҡәрҙәше - апайы булғас, мине бик яҡшы ҡабул иткәндәр. Атай-әсәйем мине килеп кенә күрә торғайнылар. Хәҙрәт йортона Исхаҡ, Һәйетҡол, Шәрип, Хәмит ауылдарынан да муллалар килерҙәр ине. Йыуаса бешереп, ҡорот менән һыйланы еңгәләр ҡунаҡтарҙы.
1949 йылда ул ваҡытта миңә 5-6 йәш самаһы булғандыр. Шәмситдин хәҙрәттәрҙә йоҡлағанда, бергә ултырып ашғанда доғалар уҡыуын ишетеү, намаҙ уҡығанды күреү минең хәтеремдә яҡшы һаҡлана. Уларҙы мин Хәҙрәт апа (тамъяндарса) һәм инәкәй тип йөрөттөм. Шәмситдин хәҙрәт менән Әсмәбикә абыстайҙың үҙҙәренең балалары ул ваҡыта миңә оло апай- ағайҙар ине.
Оло ҡыҙҙары Нажиә апай оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләне. Аяттар белде, динен ташламаны. Кесе ҡыҙҙары Сәүҙә апай – мөғәллимә, балаларға тәрбиә, белем бирҙе. Хәҙрәттең Мөхәммәтфәтих тигән улы тыуа. Роза, Мөнирҙәре донъяға килә. Нажиә Сермәндә йәшәй. Уҡымышлы, кешеләрҙе өшкөрөп дауаланы. Сәүҙәләре пенсияға сыҡҡансы уҡытты. Шәмситдин хәҙрәт өшкөрә, имләй. Нажиә апайҙың ире Әбдрәхим була. Мөнир ағай төрлө эштә эшләп йөрөнө. Әйткәндәй, Мөнир ағай илдә амнистия, реа-билитация булдырылмаҫ элек үк төрлө урындарға ғаризалар яҙып, атаһының нахаҡҡа рәнйетелеүен раҫлай алды һәм үҙҙәренең тартып алынған хәләл өйҙәрен кире ғаиләгә ҡайтарыуға өлгәште. Аҙаҡ был өй медпункт та булды. Шәмситдин хәҙрәттең балалары дини яҡтан уҡымышлы, бик тәрбиәле булдылар.
Доғалары Шәмситдин әүлиәнең бик көслө ине. Хәтеремдә, мин ауырып китһәм, йә берәй хәл булһа, доғаларын уҡып мине өшкөрә, үткәрмәнән үткәрә. Миңә шул ваҡытта еңеллек килә, күкрәккә ниндәйҙер илаһи йылылыҡ кергән һымаҡ; кәүҙәм йөҙөп, күтәрелеп киткәндәй була торғайны.
Ҡоролоҡ йылдарында күмәкләп сығып ямғыр яуҙырырға теләк намаҙҙары уҡый торғайнылар. Бер ваҡыт шулай, ҡоролоҡ йылында, ҡаҙандар аҫып, ямғыр теләргә сыҡтыҡ. Шәмситдин хәҙрәт аҙан әйтеп, намаҙ башланылар. Көн ап-аяҙ, бер болот әҫәре лә юҡ. Бер сәғәт үттеме-юҡмы, тау артынан йоҙроҡ дәүмәле генә болот күренде. Күп тә үтмәне, бөтә күкте баҫып алып, шатыр-шотор күк күкрәп, эре күҙле йылы ғына ямғыр яуа ла башланы. Беҙ, малайҙар, ышыҡ урын эҙләй башлағайныҡ, инәйҙәр: “Ҡурҡмағыҙ, балаҡайҙар, был бит рәхмәт ямғырҙары!” – тине. Бына бит мөғжизә!
Әүлиәнең оло ҡыҙы Нажиә апайҙың кейәүе Әбдрәхим Вилданов еҙнәнең һөйләгәнен иҫләйем. Ул Аллаға ышанырға байтаҡ икеләнеп йөрөй. Сермәндән 12 саҡрым ятҡан Шығайға ҡайныһын оҙата бара. Ҡалын ҡарағайлыҡ тигән ергә килеп еткәс, юлдарын ҡыйып ҡара йылан үтеп бара, ти. Күҫәк менән һуҡҡыслап үлтерергә уйлап, кейәүе урман ситенән оҙон күҫәк эҙләй башлай. Ҡайныһы йылан эргәһенә килеп, әллә ниндәй доғаларын уҡып, өшкөрөп ебәргән икән, мәхлүгең тартышып ятып үлгән дә ҡуйған. Шул сәғәттән алып Аллаға ышана башлаған кейәүҙәре.
Шәмситдин хәҙрәткә төрлө яҡлап муллалар, дин әһелдәре килә торғайны. Йыйылышып доғалар ҡылалар, йәйгеһен иһә тәбиғәткә сығып намаҙ уҡыйҙар.
Муллаларҙы өйҙәргә аят уҡытырға саҡыра инеләр. Өләсәйемдәрҙең дә саҡырғандарын иҫләйем. Араларында берәүһен Мөжәүир хәҙрәт тиҙәр ине. Беҙҙең ауылда ундай исемле ағайҙар, олатайҙар булмағас, ул исем ят, ҡыҙыҡ һымаҡ тойолдо, шуға ла иҫтә ҡалғандыр. Тимәк, Мөжәүир хәҙрәт тә килгеләп йөрөгән, ахырыһы. Шәмситдин хәҙрәт Мөжәүерҙән байтаҡҡа оло. Шәмситдин тыныс холоҡло ине.
Беҙ әүлиә менән ғорурланабыҙ. Мөжәүир хәҙрәт Баймаҡ яҡтарында ниндәй бөйөк дәрәжәле булһа, Шәмситдин хәҙрәт беҙҙең өсөн шулай уҡ абруйлы.
Байтаҡ замандар үтте, Шәмситдин хәҙрәттең ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре уның васыяттарын үтәп, изге эштәрен дауам итә. Әле бына үткәндәрҙе иҫләп ултырам. Әсәйем алдына ала ла: “Балаҡайым, берәү булдың – берәгәй бул”, – тип доғаларын уҡый торғайны. Хәҙер инде үҙем дә олпат йәштәмен. Бар ғүмеремде балаларға белем-тәрбиә биреүгә бағышланым. Париждың Эйфель башняһында ата-бабаларыбыҙҙың рухына аят уҡыным.
Шөкөр, тормошом гел ыңғай барҙы. Зәйнулла ишандың ейәне Шәмситдингә биргән доғалары, әсәйемдең фатихалары мине төрлө афәттәрҙән һаҡлап, ошо йәшкә еткергәндер, күрәһең. Мең рәхмәт әйтәм ҡәҙерлеләремә! Йәндәрегеҙ йәннәттә булһын!
Әле Ғабдрахманыбыҙ ҙа башҡарған эштәре менән ауылдаштарын ҡыуандырып йәшәй. Хәҙрәттең Шығайҙа йәшәгән өйөн бер кем емермәне, әле лә шул көйө ултыра. Шәмситдин олатай ҡәбере Шығай ауылы зыяратында.
Мөхәммәт Усман улы Түлебаевтың хәтирәләре. Ул 1945 йылдың 25 ғинуарында Белорет районы Түбәнге Сермән ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Белорет ҡалаһы һәм районының почетлы ветераны, юғары категориялы ветеран-укытыусы.
Автор: Зөһрә Үтәғолова.