Иман
1 Октябрь 2023, 06:00

Мөғжизәме был...

Янғында йортта һаҡланған дини китаптар, Мөжәүир хәҙрәттең һүрәте, намаҙлыҡ һәм түбәтәй  шул көйөнсә ҡалған.

Мөғжизәме был...Мөғжизәме был...
Мөғжизәме был...

БЮТ "Яңылыҡтар" төркөмө хәбәр итеүенсә, Әбйәлил районының Ҡужан ауылында ағас йорт янып киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут һанаулы минутта йәйге аласыҡты, мунсаны һәм йортто ялмап алған.

Шуныһы ғәжәп, йортта һаҡланған дини китаптар, Мөжәүир хәҙрәттең һүрәте, намаҙлыҡ һәм түбәтәй утта янмай, шул көйөнсә ҡалған.

Был осраҡлы хәл түгелдер, нисек уйлайһығыҙ?

Фото һәм текст сығанағы: БЮТ "Яңылыҡтар" төркөмөнән

Мөғжизәме был...
Мөғжизәме был...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас