Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Октябрь 2023, 17:00

Юлбарыҫтар мәсетле буласаҡ

Тик бының өсөн эшләйһе эштәр ҙә күп әле

Юлбарыҫтар мәсетле буласаҡ
Юлбарыҫтар мәсетле буласаҡ

Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылы халҡы бергәләшеп, бик матур иман йорто төҙөлөшөн атҡара. Ял көндәрендә манараның көмбәҙе һәм айы күтәреп ҡуйылды. Хәҙер бина әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып, балҡып ултыра. Оло эште башлағандан алып һәр саҡ ярҙам итергә әҙер тороусыларҙың булыуы ҡыуаныслы.  Шулай ҙа әле башҡараһы ғәмәлдәр бик күп – бинаның стеналарын штукатурлау, эске биҙәү эштәре һәм башҡалар. 

1900 йылда Юлбарыҫ ауылында мәсет булыуы теркәлгән, әммә уның ҡасан төҙөлөүе билдәһеҙ. Ололар һөйләүенсә,  1920-се йылдар башында яңы мәсет бинаһы төҙөлгән. Бер манараһы ла була. Шул манараны төҙөгән саҡта, уның бағана башына төрлө бүләктәр элеп ярыш үткәрәләр. Бүләктәрҙе Алтынғужа Рамаҙан улы Байғужин менеп алған. Ерәнағас йылғаһы буйлап үрҙәрәк, Яңы Юлбарыҫ ауылына халыҡ күсенә башлағас, 1941 йылда мәсет бинаһын да күсерәләр.  Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, иҫке мәктәп урынында иман йортон тулыһынса ҡороп өлгөрмәйҙәр. Мәсет оҙаҡ шулай килеш ҡала, ауыл халҡы уның бер генә ағасына ла, таҡтаһына ла теймәй һәм емермәй. Һуңыраҡ аръяҡта (хәҙерге Абдулла Вәхитов урамы) клуб төҙөр өсөн, төҙөүселәр мәсет бинаһының материалдарын ҡулланалар. Яңы клуб төҙөлгәс, иҫкеһе 1990-сы йылдар урталарында һүтелә.

Юлбарыҫта төҙөләсәк яңы мәсет ауыл халҡын иман нурҙарына ҡойондороп, тик тура юл ғына күрһәтеп торасағына өмөт ҙур.

Фото һәм текст сығанағы: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите

 
Юлбарыҫтар мәсетле буласаҡ
Юлбарыҫтар мәсетле буласаҡ
Юлбарыҫтар мәсетле буласаҡ
Юлбарыҫтар мәсетле буласаҡ
Юлбарыҫтар мәсетле буласаҡ
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: