Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Октябрь 2023, 07:00

Өйҙә тыныслыҡ булһын өсөн ниндәй доға уҡырға?

Ул үҙенең бер хәҙисендә: “Рөхсәт ителгән ғәмәлдәр араһында Аллаһы Тәғәлә өсөн иң яратмағаны – ул айырылышыу”, – тигән.

Өйҙә тыныслыҡ булһын өсөн ниндәй доға уҡырға?
Өйҙә тыныслыҡ булһын өсөн ниндәй доға уҡырға?

Өй һәм ғаилә һәр кеше өсөн тыныслыҡ, мөхәббәт һәм именлек урыны булырға тейеш.  

Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙ мосолмандарға асыуланышып, һөйләшмәйенсә өс көндән дә артыҡ йөрөмәҫкә ҡушҡан. Ул үҙенең бер хәҙисендә: “Рөхсәт ителгән ғәмәлдәр араһында Аллаһы Тәғәлә өсөн иң яратмағаны – ул айырылышыу”, – тигән.

Ҡөрьәндә ир-ҡатын мөнәсәбәттәре тураһында әйтелгәндә, “никах” һүҙе ҡулланыла. Ул “бер-берең менән килешеү” тигәнде аңлатыу. Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе ҡауыштырған икән, тимәк шулай кәрәк булған. Ғаиләне һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулығыҙҙан килгәндең барыһын да эшләгеҙ.

Ихлас күңел һәм изге ниәттәр менән ошо доғаны уҡығыҙ:

“Аллаһуммә әллиф бәйнә кулюбинә, вә әсълих зәтә бәйнинә, вәһдинә субуләс-сәләми, вә нәҗҗинә минәз-зулүмәти илән-нур, вә җәнибнәл-фәвәхишә мәә зәхәра минһә вәмә бәтәнә”.

“Йә Раббым! Беҙең араларыбыҙҙы яҡынайт, мөнәсәбәттәребеҙҙе нығыт. Барыбыҙҙы ла тыныслыҡ юлынан алып бар, ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығар. Беҙҙе асыҡ һәм йәшерен насарлыҡтарҙан һаҡла”.

Фото: triptonkosti.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: