Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Октябрь , 22:15

Ике мәсет - икеләтә бәхет

Ҡармыш халҡы, дингә таянып, алға бара.

Ике мәсет - икеләтә бәхет
Ике мәсет - икеләтә бәхет

Әлшәй районының Ҡармыш ауылы борон-борондан мәсетле төйәк булған. Ҡандарына ныҡлы иман һалынған вариҫтары ата-бабаларының юлына бөгөн дә тоғро. Ауылда әле ике мәсет эшләй, элеккеһенең нигеҙе лә һаҡлана.

Ҡармыш район үҙәгенән биш саҡрым ғына алыҫлыҡта ята. Дим, Ҡорһаҡ йылғаларын һыулап, иркен ерҙәрҙең бәрәкәтен күреп, рухын, динен һаҡларға ынтылып йәшәй Мең ырыуы вәкилдәре. Бер ниндәй ауырлыҡтарға ла бирешмәй улар – барыһын да бергәләп еңергә өйрәнгәндәр. Оло йәштәгеләре әйтеүенсә, ауылды шәп, көслө эшҡыуарҙар тотоп тора, уларҙың күбеһе – дин юлында. Мәҫәлән, Фәнил Ғабдуллин, Мораҙым һәм Әбүзәр Кинйәбулатовтар, Илнур Ҡаһарманов, Азамат, Азат һәм Йәмил Йәнгировтар, Илдар Әхмәҙиев, Фәрит Абдрахманов, Фәнис Әғзәмов һәм башҡалар. Йүнселдәрҙең ҡатындары ла ирҙәренә ныҡлы терәк булып, изге башланғыстарын ҡеүәтләп, нәҫел тамырҙарын нығытып, йорт усаҡтарын һүндермәй һаҡлап йәшәй.

Эшҡыуарҙар исемлегендәге Илнур Ҡаһарманов – ауылдағы оло мәсеттең имам-хатибы. Ул Ҡармышта тыуып үҫкән. Үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫҡас, тәүҙә ете йыл район үҙәге Раевкала фатирҙа торған. “Тыуған төйәгем һәр саҡ үҙенә тартты. Унан бик алыҫта йәшәмәйем дә бит, шулай ҙа тыным тарыға ине. Яҡында ғына ятҡан йәнтөйәгемдең сикһеҙ иркенлектәрен, саф һауаһын һағыныуым тора-бара әсе һағышҡа әйләнде. “Ниңә мин үҙ еремдән айырылып, ситлектәге кеүек йәшәйем әле? Ауылдаштарым бит ана, тамырҙарын һаҡлайым тип, тырышып-тырмашып ғүмер итә, күңелдәре бөтөн, көр. Һәр эште күмәкләшеп башҡаралар, бер-береһенә ярҙам итәләр. Ә мин...” Ошолай уйланып йөрөп, ныҡлы ҡарарға килеп, Ҡармыштан ер һатып алдым. Унда өс йыл элек йорт төҙөй башланым. Ауылдаштарым, диндәге ҡәрҙәштәрем ныҡ ярҙам итте. Былтыр, әл-хәмдү лил-ләһ, яңы өйөбөҙгә күстек”, – ти Илнур Ҡаһарманов.

Ул хәҙер, алда әйтелгәнсә, Ҡармыш мәсетендә имам-хатип. Шулай уҡ тимер эше менән шөғөлләнә, күберәк мунса мейестәре яһай, оҫтаға заказ биреүселәр бихисап. Уңған хужа – ишле ғаилә башлығы ла: ҡатыны менән өс бала үҫтерәләр, ошо көндәрҙә дүртенсеһен көтәләр. Тыуған ерендә ошолай дәртләнеп донъя көткән Илнур хәҙрәт быйыл Өфөләге Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжына (“Ғәлиә” мәҙрәсәһе) уҡырға ингән. Әйтеүенсә, оло мәсеттә уға тиклем имам-хатип бурысын үтәгән Мораҙым хәҙрәт, шулай уҡ уның атаһы Әбүзәр ағай Кинйәбулатовтар быйыл ошо дини уҡыу йортон тамамлап, диплом алған. Ауылдағы йәштәр араһында әле мәҙрәсәлә белем алып йөрөгәндәр ҙә бар.

Аллаға шөкөр, дини ғилем алырға ынтылғандар күбәйә, – ти имам-хатип. – Белем икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙгә тиң, ә әҙәм балаһы уның ярында тамсылап һыу эскән ҡошсоҡ кеүек кенә, тип сағыштыралар бит динебеҙҙә. Белгәндәр менән сикләнеп ҡалмайынса, һәр кем ғилемгә ынтылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта үтә һаҡ булыу мөһим, бигерәк тә дини яҡтан. Интернетта, ҡайһы бер баҫмаларҙа традицион булмаған ағымдар “ау” ҡороп ҡына тора. Уларға эләкмәҫ өсөн үҙебеҙҙең дини уҡыу йорттарында белем алығыҙ, һорауҙарығыҙҙы ғилемле имамдарға, хәҙрәттәргә бирегеҙ, ышаныслы гәзит-журналдарҙы, китаптарҙы уҡығыҙ, тип саҡырам халҡыбыҙҙы. Төрлө яҡҡа тармаҡланмайыҡ, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең аманатына тоғро булайыҡ”.

Ҡармыш мәсетендә лә дини белем биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Өфөләге уҡыу йортонда тейешле ғилем туплаған Лилиә Сәлимгәрәева бында күптән инде ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғәрәп теленә өйрәтә. Былтырҙан алып иһә балаларға ла һабаҡ бирә башлаған. Ата-әсәләр әйтеүенсә, ул һәм ҡыҙҙарына дини дәрестәр бик оҡшай, күптәре хәҙер ғәрәпсә ижекләп уҡый ҙа белә.

Ҡармыштың үҙәк осонда, ҡалҡыу ерҙә тағы бер мәсет – “Нуриман” – нур һәм иман сәсеп ултыра. Өр-яңы, бейек, мөһабәт иман йорто ул. Ғибәҙәтхананы республикала билдәле ауылдаштары Рәйес Нуриман улы Һәүбәнов төҙөткән. Ике мәсетте лә берҙәй матур итеп ҡарап, йыйыштырып тота ҡармыштар. Ҙур эштәрҙе өмәләр яһап башҡаралар. Халҡыбыҙҙың ошо матур йолаһын да ихлас дауам итеп, үҫеп килгән быуынға күркәм өлгө күрһәтә улар.

...“Нуриман”дың бейек манараһынан яңғыраған аҙан тауышы әллә ҡайҙарға ҡәҙәр ишетелде. Йома намаҙына йыйылған ундан ашыу ир-егет Аллаһ ҡаршыһында теҙләнде. Изге ғибәҙәттәре, эш-ғәмәлдәре сауап алһын, теләктәре тормошҡа ашһын, иншаллаһ!

Фотоларҙа: 1. Ҡармыш ауылының оло мәсете. 2. Яңы “Нуриман” мәсете.

Автор фотолары.

Ике мәсет - икеләтә бәхет
Ике мәсет - икеләтә бәхет
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас в