Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Октябрь , 23:00

"Ҡыҙыбыҙ һирәк йылмая..."

Балаһын бәхетле итергә теләгән ата-әсәне һатыусы ниңә ҡыуып сығарып ебәргән?

"Ҡыҙыбыҙ һирәк йылмая..."
"Ҡыҙыбыҙ һирәк йылмая..."

Бер ғаилә пары балалар уйынсыҡтары һатылған магазинға ингән. Кәштәләге әйберҙәрҙе оҙаҡ итеп ҡарап йөрөгәндәр. “Илаған”, “көлгән” ҡурсаҡтар, электрон уйынсыҡтар, бәләкәй “мейестәр”... Ир менән ҡатын нимәне һайларға белмәгән.

Уларҙың янына һатыусы килгән.

– Беләһегеҙме, – тип аңлата башлаған ҡатын, – беҙҙең бәләкәй ҡыҙыбыҙ бар, әммә өйҙә көнө буйы яңғыҙы ултыра – үҙебеҙ эштәбеҙ, янында була алмайбыҙ.

– Ҡыҙыбыҙ һирәк йылмая, – тип дауам иткән ир.

– Балабыҙҙы бәхетле итерлек әйбер кәрәк ине, – тигән ҡатын. – Уны ҡыҙыҡһындырырлыҡ, тынысландырырлыҡ, әүрәтерлек...

– Ғәфү итегеҙ, – тип һүҙҙе бүлгән һатыусы һәм ата-әсәне магазиндан ҡыуып тигәндәй сығарып ебәргән. – Был бит уйынсыҡтар магазины. Беҙ атай-әсәй һатмайбыҙ...

Фото: stihi.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас в