Ҡала өҫтөндә ҡара болоттар ҡуйырғандан-ҡуйырған. Һауаны ҡурҡыныс йәшен уттары ялтлап телеп үткән. Күк күкрәгән. Ҡапыл ел күтәрелеп, ҡот осҡос көс менән ағастарҙы тамырынан аҡтарып һелтәй, өйҙәрҙең ҡыйыҡтарын алып бәрә башлаған. Уға боҙборсаҡлы һалҡын ҡойма ямғыр ҡушылған. Юлында осраған бер нәмәне лә ҡалдырмай, ямғыр һыуы ажғыр тау йылғаһылай урамдарҙан шаулап аҡҡан. Ҡоттары осҡан кешеләр өйҙәренә бикләнгән.
Өс йәшлек ҡыҙсыҡ тәҙрә янында тәбиғәттең боларыуын ҡурҡып күҙәтеп ултырған. Ҡапыл шул күҙенә салынған: тыҡрыҡтан сумка тотҡан бер кеше килеп сыҡҡан. Елгә, ҡойма ямғырға, боҙборсаҡҡа ҡаршы атлай... Артҡа ҡолап китә лә, ныҡышмаллыҡ менән кире тороп баҫа. Подъездарға йәшенгән кешеләрҙең саҡырыуын да ишетмәй.
– Әсәй, әсәй! – тип хәүефләнеп ҡысҡырған ҡыҙыҡай. – Урамда бер кеше йөрөй!
Әсәһе тәҙрә янына килгән.
– Вәт иҫәр! – тигән мыҫҡыллы тауыш менән. – Героймын тип уйлай микән?
Ҡапыл көслө ел иҫеп, теге кеше ағын һыуға ҡолаған.
– Әсәй! – тип ҡысҡырған тағы ҡыҙсыҡ. – Ул бит бата... бата... Ҡотҡарырға кәрәк!..
Бәләкәй баланың йөрәге өҙгөләнгән.
– Ул иҫәр менән нимә булыр тип уйлайһың? Ниңә башҡалар һымаҡ подъезда көтөп тормай һуң? – тип миҫалдар күрһәтеп аңлатырға тырышҡан әсәһе.
Ә сумкалы кеше һыуҙан тырышып-тырмашып килеп торған да тағы ҡойма ямғырға, елгә ҡаршы атлай башлаған.
– Торҙо... Бирешмәне... Алға бара! – тип ҡыҙыҡай ҡыуанысынан сәпәкәй итеп ҡуйған.
– Онотма, ҡыҙым, был иҫәрҙе бит һәр аҙымында бәлә көтә! – тип ныҡышҡан әсәһе.
– Ул бит ҡайҙалыр ҡабалана, нисек күрмәйһең шуны? – тип ҡуйған ҡыҙ бошонҡо тауыш менән.
– Ҡабаланһаң – кеше көлдөрөрһөң!
– Әсәй, ә бәлки был ағай табиптыр һәм ауырып киткән ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡарырға ҡабаланалыр?.. Ә шул бала мин булһам?
***
Ноябрь айына намаҙ уҡыу ваҡытын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды).
Фото: vk.com/ufa_barakat