Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Ноябрь , 07:00

Һәр көндө хәйерле итер доғалар

Йоҡонан уянғас, өйҙән сыҡҡанда, үҙеңә һәм яҡындарыңа именлек теләп уҡылған доғаларҙың шифаһын күрегеҙ. 

Һәр көндө хәйерле итер доғалар
Һәр көндө хәйерле итер доғалар

Йоҡонан уянғас та уҡыла торған доға:

Әлхәмдү-лил-ләһил-ләҙи әхйәнә бәғдә мә әмәтәнә үә иләйһин-нүшүр.

Мәғәнәһе: Үлгәндән һуң йәнә йән биргән, терелтеп үҙенә саҡырып аласаҡ Аллаһҡа маҡтау-ололауҙар булһын!

Именлек һорап уҡылған доға:

Аллаһүммә иннии әс’әлүкәл-ғәфүә үәлғәәфийәтә фии диинии үә дүнйәйә үә әһлии үә мәәлии.

Мәғәнәһе: Аллаһым! Һинән генә гонаһтарымды ярлыҡауыңды һорайым, динемдә лә, донъямда ла, ғаиләмдә лә, малыма ла именлек урынлаштырыуыңды һорайым.

Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға:

Бисмилләһи. Тәүәккәлтү ғәләл-лаһи. Үә лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә иллә бил-ләһ.

Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән башлайым. Бөтә эштәремде Уның Үҙенә генә тәүәккәлләйем. Уға тапшырам. Ысын ҡеүәт, һәм көс тик Аллаһтан ғына.

Фото: https://api.rbsmi.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в