Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Ноябрь 2023, 22:15

Был донъяға кеше илап тыуа...

Һынау артынан һынауҙары булып тора. 

Был донъяға кеше илап тыуа...
Был донъяға кеше илап тыуа...

Кеше был донъяға илап тыуа. Бының сәбәбе барҙыр, йәшәү өсөн матур ғүмер кисереп, кешелекле булып ҡалыу еңел түгел. Һынау артынан һынауҙары булып тора.

Был осраҡлы хәлме? Түгел, әлбиттә. Бында инде "Ниңә?" тигән һорау тыуа. Эйе, илап тыуа, кешелә беҙ үҙебеҙ белмәгән, аңлап етмәгән һиҙгерлек барҙыр. Фани донъяның һынауҙары, ауырлыҡтары, унан да ҡалһа, юғалтыуҙар... Нимә булырын кешенең күңеле һиҙенә, тиһәк тә яңылыш булмаҫ, был минең фекерем, әлбиттә. Ошо әйтеп кителгән һынауҙар кемдәргәлер ныҡ тәьҫир итә. Кемдәрҙер, ауырлыҡтарҙы еңергә үҙендә көс таба алмай, бирешә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә. Ә икенселәрҙе төрлө һынауҙар, киреһенсә, сыныҡтыра, ундайҙар тура юлдан барыуын дауам итә.

Кешелә, беләк көсөнән тыш, йөрәк көсө лә булыуын әйтеп үтергә кәрәктер бында. Ә йөрәк көсө кешегә йәшәүгә көс бирә. Ул - төп көс. Әйтәйек, рухи байлыҡ кешенең үҙ-үҙен тоторға булышлыҡ итә. Кешегә аң, аҡыл нимә өсөн бирелгән һуң? Бөтә мәсьәләләрҙе уртаға һалып, дөрөҫ һәм фәһемле ҡарар сығарыр өсөндөр. 

Икенсенән, теләк, уй-фекерҙәр төрлө юлдан алып китеүе ихтимал. Кеше эске донъяһын иртәме-һуңмы тышына сығара, мәҫәлән, һауытта һыу булһа, һыу түгелә, һөт булһа, һөт түгелә. Шуға ла изге уй-фекерҙә булырға насип булһын барыбыҙға ла. 

Шулай уҡ күҙгә күренмәй торған һынауҙар килеп баҫыуы ла бар. Уларҙың береһе - нәфсе, икенсеһе - көнсөллөк. Быларҙы еңеп сығыр өсөн кеше һәр саҡ үҙен тота белергә, йәғни саманан сыҡмаҫҡа, аң-аҡыл менән йәшәргә тейештер.
Шулай ҙа һәр кем үҙ юлын үҙе һайлай, һәр эшен яҡшыға юрай, алдағы көндәренә ҙур өмөт менән йәшәүен дауам итә.

Автор: Сәйфулла Ғайсин.

Фото сығанағы: Сайфулла Гайсин (vk.com)

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: