Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Ноябрь 2023, 23:00

Уландар именлегенә АЛҒЫШ әйтәйек!

Милләтебеҙҙең аҫыл заты, Ил инәһе Мәрйәм апай Бураҡаева үҙенең сәхифәһендә изгелекле ғәмәл башҡарырға саҡырып оран һалды. Беҙ ҙә ҡушылайыҡ, туғандар! 

Уландар именлегенә АЛҒЫШ әйтәйек!
Уландар именлегенә АЛҒЫШ әйтәйек!

"Ҡәҙерле рухташтар! Һүҙ көсө тураһында һөйләп тороу артыҡтыр. Ысынлап та, һүҙ, уй көсө әле өйрәнелеп бөтмәгән. Әммә аҡыл эйәләре элек-электән уны файҙаланған. Күмәкләп теләк теләргә сыҡҡан, доғалар уҡыған, йыр йырлаған, алғыш әйткән. Күп кеше бергәләшеп бер үк һүҙҙәрҙе, бер үк ваҡытта алғышлаһа, ул йыһан ҡабул итерлек ҡеүәткә эйә. Шуның өсөн беҙ, Өләсәйҙәр ҡоро, ҺӘР ЙОМА КӨНДӨҘГӨ СӘҒӘТ БЕРҘӘ ошо алғышты әйтергә тип һөйләштек.
Өлкәндәр, йәштәр, үҫмерҙәр, балалар! Был алғышты әйтеү өсөн айырым урын, үтә күп ваҡыт мотлаҡ түгел. Ә инде эске ҡеүәт һауа аша бергә ҡушылһа, ғәжәп энергия барлыҡҡа киләсәк. Берҙәм булайыҡ, туғандар!
#Алғыш
Ҡорайт, ҡотом,
ҡорайт,
Ҡорайт илгә, Ҡотом, ҡайт!
Ил именлеге булып ҡайт!
Уландарҙың именлеге булып ҡайт!
Өләсәйҙәрҙе хәстәрләр таянысыбыҙ,
Әсәйҙәрҙе ҡурсалар ышанысыбыҙ,
Кәләштәрҙең өмөтөн аҡлар уҙамандарыбыҙ именлеге булып ҡайт!
Ҡорайт, ҡотом, ҡайт!
Аҡ имеҙгән әсәләрҙең тын алған һайын теләгән аҡ теләктәренең ҡөҙрәте булып ҡайт!
Уландарыбыҙҙың рух ҡанаттарын нығытыр аҡ ҡот булып ҡайт!
Уландарыбыҙҙың тыуған төйәктәренә ағзалары теүәл, зиһендәре яҡты көйө, үҙ аяҡтары менән атлап инер ҡото булып ҡайт!
Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт!
Донъяға нур булып ҡайт!
Ил татыулығы булып ҡайт!
Уҙаман улдарыбыҙға аҡ юл булып ҡайт!"

Мәрйәм Бураҡаеваның шәхси сәхифәһенән: vk.com/id229454822

Иллюстрация өсөн - Нәсих Хәлисов фотолары.

Уландар именлегенә АЛҒЫШ әйтәйек!
Уландар именлегенә АЛҒЫШ әйтәйек!
Уландар именлегенә АЛҒЫШ әйтәйек!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: