Иман
1 Ғинуар 2024, 13:00

"Атайым менән әсә­йем өсөн ҡурҡам..."

Уҡыусы малайҙы нимә хәүефләндерә? (Ғинуар айына намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ).

"Атайым менән әсә­йем өсөн ҡурҡам...""Атайым менән әсә­йем өсөн ҡурҡам..."
"Атайым менән әсә­йем өсөн ҡурҡам..."

Заман хикмәттәренең бе­реһен иҫкә төшөрәйек. Уҡы­тыусы тәрән уйға батып ул­тырған малайға иғтибар иткән.

– Берәй нәмәгә борсола­һыңмы әллә? – тип һораған ул.

– Эйе. Атайым менән әсә­йем өсөн ҡурҡам...

– Бәй, ниңә?

– Атайым беҙҙе, балаларын, ашатыу-эсереү, кейен­дереү, уҡытыу өсөн өҙлөкһөҙ эшләй, төнгө сменаға сыға. Әсәйемдең дә бер ҡасан да бушағаны юҡ: бешерә, йыйыштыра, йыуа, тегә, бәй­ләй... Беҙ мохтажлыҡ кисер­мә­һен өсөн баш күтәрмәй эшләйҙәр.

– Ә һине нимә хәүеф­ләндерә һуң?

– Туҡтауһыҙ эшләүҙән арып, хәлдән тайып, беҙҙән ҡасып китеп ҡуймаһындар тием...

Хикмәттән күренеүен­сә, әҙәм балаһы тормошонда ялға урын булмауҙың кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Үҙеңә генә түгел, тотош ғаиләңә ауырлыҡ тыу­ҙырыуың бар. Динебеҙ быны хупламай. “Ваҡыты-ваҡыты менән күңелегеҙгә лә ял биреп тороғоҙ. Ул арыһа, тал­сыҡһа, күп нәмәне тоймай, күрмәй башлар”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Тимәк, күңел “һуҡырайһа”, бөтә тормошто “саңлауы” ихтимал.

Ялдарыбыҙ матур, файҙалы үтһен!

Ғинуар айына намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды).

Фото: vk.com/ufa_barakat

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас