Иман
30 Ғинуар 2024, 18:10

Йоҡлар алдынан ошо доғаларҙы уҡыйыҡ

Улар хаҡында - сайтта. (Февралгә намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ)

Йоҡлар алдынан ошо доғаларҙы уҡыйыҡЙоҡлар алдынан ошо доғаларҙы уҡыйыҡ
Йоҡлар алдынан ошо доғаларҙы уҡыйыҡ

Йоҡлар алдынан уҡылған доғалар күңелгә тыныслыҡ биреп, киләһе көндәрҙе яҡты, бәрәкәтле итер, иншаллаһ!  

* Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡатыны Ғәйшәнең әйтеп ҡалдырыуынса, Аллаһ илсеһе йоҡларға ятыр алдынан, доға ҡылған шикелле ҡулдарын ҡушып, устарына еңелсә төкөргән дә "Ихлас", "Фәләҡ", "Нәс" сүрәләрен уҡыған. Шунан устары менән тәнен баштан-аяҡ һыпырған. Быны өс тапҡыр эшләгән.

* "Аятел-Көрси"ҙе уҡырға кәңәш ителә.

* "Һыйыр" сүрәһенең 285-286сы аяттарын уҡығыҙ.

Февраль айына намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды.

Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты. 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас