Донъяла барыһы ла Аллаһ Тәғәлә ҡулында. Уға һәр саҡ ярҙам, ярлыҡауын һорап мөрәжәғәт итеп торайыҡ.
Күңелгә ауыр саҡтарҙа уҡыла торған доғаларҙың икәүһен тәҡдим итәбеҙ.
1. "Раббым, беҙ иман килтерҙек, беҙҙе ярлыҡа, рәхмәтеңде бир. Һин шәфҡәтлеләрҙең-шәфҡәтлеһе бит!"
Ғәрәпсәһе:
"Иннәһү кәәнә фәрииҡум-мин ғибәдии йәҡуулүүнә раббәнәә әәмәннәә фағфир ләнәә уархәмнәә үә әнтә хайру-рраахимиин". ("Әл-Мөьмин" сүрәһенән).
2. "Рәсүлегеҙ һеҙҙе ҡайғырта, мөьминдәргә ҡарата күндәм, рәхимле. Аллаһтан башҡа илаһ юҡ!"
Ғәрәпсәһе:
"Ләҡад джәә'әкүм расүүлүм-мин әңфүсикүм ғәзиизүн ғәләйһи мәә ғәниттүм хәриисун ғәләйкүм бил-мүьминиинә ра'үүфү-ррахиим. Фә'иң тәүәлләү фәҡуль хәсбийә-ллааһу ләә иләәһә илләә һүүә ғәләйһи тәүәккәлтү үә һүүә раббүл-ғаршил-ғәҙыиим". ("Тәүбә" сүрәһенән).
Доғаларыбыҙ ҡабул ителһен, күңелебеҙ, донъябыҙ тыныс булһын, иншаллаһ!
Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты сайты.