Иман
28 Февраль 2024, 18:00

"Тик Үҙеңә генә һыйынам"

Ҡайғы-ғазаптарҙан, ауырлыҡтарҙан һаҡланыу өсөн уҡый торған доға - яҙмала. Март айына намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ.

"Тик Үҙеңә генә һыйынам""Тик Үҙеңә генә һыйынам"
"Тик Үҙеңә генә һыйынам"

Аллаһ Тәғәләнең төрлө ауырлыҡтарҙан, ҡайғы-ғазаптарҙан һаҡлауын һорап уҡый торған доғаны тәҡдим итәбеҙ.

Аллааһүммә иннии әғүүҙү бикә мин зәүәәли ниғмәтик, үә тәхәү(в)үли (ғ)әәфийәтик, үә фүджәә-әти ниҡмәтик, үә джәмииғи сәхатыйк.

Мәғәнәһе: "Йә Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, Һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам".

Март айына намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды. Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.

Фото: vk.com/ufa_barakat

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас