Ишембай районының Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина был юлы тиҙ генә әҙерләнә торған бәлеш рецебы менән уртаҡлашты. Һеҙ ҙә был ризыҡты бешереп, ауыҙ итегеҙ әле.
- Йылы һыу алабыҙ.Уға самалап тоҙ,аш содаһы,үҫемлек майы һалабыҙ.Аҙаҡ он һалып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ.Баҫылған ҡамырҙы 5-10 минут тирәһенә таҫтамал менән ябып ҡуябыҙ.
Артабан уны ике өлөшкә бүләбеҙ, бер өлөшө ҙурыраҡ, икенсе өлөшө бәләкәйерәк булһын. Ҙур өлөшөн табағайәйәбеҙ ҙә эслекте һалабыҙ. Мәҫәлән, еләк,ҡарағат, дөгө менән йөҙөм. Аҙаҡ ҡамырҙың икенсе бәләкәй өлөшөн йәйеп, эслекте ҡаплап, матур итеп ябып,һырлап ҡуябыҙ.Үҙегеҙ теләгәнсә өҫтөн биҙәргә була.
Бәлештәрегеҙ тәмле булһын, тотҡан ураҙаларығыҙ ҡабул булһын! – тигән теләктәрен дә белдерҙе Рузалия апай.
Рузалия Ниғмәтуллина фотолары.